Украинала декоммунизация

Украинала декоммунизация — тарихтың совет осоро идеологияһы мираҫын юҡ итеү буйынса дәүләт сәйәсәте, 2014-2017 йылдарҙа коммунистик партияны һәм уның символикаһын тыйыу, совет дәүләт һәм партия эшмәкәрҙәре һәйкәлдәрен һүтеү («Ленинопад»), топонимдарҙы һәм башҡа атамаларҙы үҙгәртеү, коммунистик идеяларҙы асыҡтан-асыҡ әйтеүҙе енәйәткә тиңләү[1], шулай уҡ XX быуатта Украинаның бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшселәр тураһындағы иҫтәлекте тергеҙеү һәм һаҡлау[закон 1] сараларынан ғибәрәт.

СССР тарҡалғанда башланған декоммунизация 2014 йылдағы сәйәси кризис һәм власть алмашыныу ваҡытында әүҙемләшә, 2015 йылдың 9 апрелендә Украина Юғары Радаһы ҡабул иткән закондар пакеты менән законлаштырыла[2][3][4]. 2015 йылдың 15 майында закондарға Украина президенты Пётр Порошенко ҡул ҡуя. Закондар 2015 йылдың 20 майында баҫылып сыға һәм 21 майҙан көсөнә инә[5].

Декоммунизацияның башланыуы

undefined

Украинаның ижтимағи тормошонда декоммунизация Август путчы баҫтырылғас һәм Республиканың бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткәс тә башлана. Башта декоммунизацияға мәғариф һәм тәрбиә дусар була. Уҡыу йорттарының уҡыу программаларынан коммунистик идеология нигеҙҙәрен, Коммунистар партияһы тарихын өйрәнеүсе һ.б. шундай дисциплиналар алына. Предприятиеларҙа һәм ғәскәри частарҙа «Ленин бүлмәләре» бөтөрөлә, Лениндың һәм башҡа коммунистик партия эшмәкәрҙәренең бюстары алып ташлана.

Евромайҙан ваҡытында 2013 йылдың 8 декабрендә Киевта Владимир Ленин һәйкәле ҡыйратыла. Был башҡа ҡалаларҙа ла дауам итә — «Ленинопад» башлана[6][7].

«Декоммунизация закондары пакеты»

Декоммунизация буйынса дүрт закон 2015 йылдың 31 мартында Украина Министрҙар Кабинеты ултырышында хуплана[8]:

  • «1939—1945 йылдарҙағы Икенсе донъя һуғышында нацизмды еңеүҙе мәңгеләштереү тураһында» (закон № 315-VIII)[закон 2];
  • «1917—1991 йылдарҙағы коммунистик тоталитар режимдың репрессив органдары архивтарын асыу тураһында» (закон № 316-VIII)[закон 3];
  • «Украинала коммунистик һәм национал-социалистик (нацистик) тоталитар режимдарҙы шелтәләү һәм уларҙың символикаһын пропагандалауҙы тыйыу тураһында» (закон № 317-VIII)[закон 4].
  • «XX быуатта Украинаның бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшселәрҙең хоҡуҡи статусы һәм иҫтәлеге тураһында» (закон № 314-VIII)[закон 5].

Атап әйткәндә, «декоммунизация закондары пакеты» коммунистик ҡараштарҙы асыҡ белдергән һәм «коммунистик тоталитар режим енәйәттәрен» инҡар иткән кешеләр өсөн енәйәт яуаплылығын күҙҙә тота. Атап әйткәндә, кешеләр төркөмөнөң халыҡ йыйылған урында "Интернационал"ды (1944 йылға тиклем СССР гимны) йырлағаны өсөн мөлкәтте конфискациялап йә унһыҙ ғына 5-тән 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡарала[9].

Административ берәмектәрҙең атамаһын үҙгәртеү

Украина милли хәтер институты тикшереүҙәренә ярашлы, 76 ҡала һәм ҡала тибындағы ҡасабаның, 795 ауыл һәм ҡасабаның атамаһын үҙгәртеү зарур. Мәғлүмәттәр Ҡырым территорияһын да иҫәпкә ала. Ҡайһы бер атамалар өҫтәмә тикшеренеүҙе талап итә. Яңы атамалар табыу мәсьәләһе менән Киевтағы хөкүмәт түгел, урындағы йәмәғәтселек шөғөлләнергә тейеш, сөнки атамаларҙың килеп сығышын ерле халыҡ менән тыуған яҡты өйрәнеүселәр яҡшыраҡ белә[10].

Атап әтйкәндә, ике өлкә үҙәгенең[11] — Днепропетровск һәм Кировоградтың[12][13] — атамалары үҙгәрергә тейеш, тип табыла. Днепропетровск — украин совет һәм партия эшмәкәре Григорий Петровский хөрмәтенә, Кировоград партия эшмәкәре Сергей Киров хөрмәтенә аталған һәм был эшмәкәрҙең йәшәгән сағында ҡалаға бер ниндәй ҡағылышы булмаған. Ике ҡаланың да халҡы атаманы алмаштырыуға ҡаршы була, беренсе осраҡта атаманы шул көйө ҡалдырырға, икенсеһендә Елисаветград тигән тарихи атаманы ҡайтарырға тәҡдим итә[14][15]. Кировоград һәм Днепропетровск өлкәләренең атамаһын алмаштырыу ябай эш түгел, сөнки уларҙың атамалары Конституцияға индерелгән, үҙгәртеү өсөн депутаттарҙың 300 тауышлыҡ конституцион күпселеген йыйыу талап ителә.

Закондар көсөнә ингәс, Украина милли хәтер институты 317-VIII һанлы законды тормошҡа ашырыуға әҙерләнеү өсөн тыуған яҡты өйрәнеүсе ирекмәндәрҙе хеҙмәттәшлеккә саҡыра, сөнки институт тораҡ пункттар топонимикаһындағы коммунистик режим менән бәйле атамалар, уларҙың тарихи атамалары, яңы тәҡдимдәр менән мәғлүмәт базаһы төҙөй[16].

Архивтарҙы асыу һәм совет махсус хеҙмәттәре вәкилдәренә ҡарата енәйәт эштәре

Открытие архивов Совет репрессиялау органдары архивтарын асыу был органдар ветерандарының ризаһыҙлығын тыуҙыра. 2016 йылдың сентябрендә, Ровенщинала 1940—1950-се йылдарҙа дәүләт именлеге органдарының эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәрҙе асыу тураһында белгәс, Нил Хасевичты юҡ иткән Борис Стекляр, Украина Именлек хеҙмәтендә һаҡланған үҙенең шәхси архивын асмауҙы талап итеп, Ровно ҡала судына дәғүә ғаризаһы яҙа[17]. Ултырышҡа килмәй, әммә судҡа эште ҡарамауҙы һорап ғариза бирә[18]. 2017 йылдың сентябрендә Стеклярҙың эшен асҡандан һуң, Украина Генераль прокуратураһы Хасевичтың һәләкәтенә бәйле 94 йәшлек Борис Стеклярға ҡаршы Украина Енәйәтселек кодексының 115-се статьяһы 2-се өлөшө 1-се, 8-се пункттары буйынса[19][20] (Хеҙмәт йә ижтимағи бурысын үтәүгә бәйле ике йәки унан күберәк кешене алдан ниәт итеп үлтереү) енәйәт эше ҡуҙғата[21]. Тикшереү өсөн ғаризаны Денис ПолищукДенис Полищук[uk][22] бирә.

Һөҙөмтәләр

Декоммунизация һөҙөмтәһендә түбәндәгеләр эшләнә:

  • Совет дәүләт һәм партия эшмәкәрҙәренең һәйкәлдәрен һүтеү дауам ителә;
  • Байтаҡ топонимдар үҙгәртелә;
  • Коммунистик символиканы файҙаланған өсөн енәйәт эҙәрләүе ҡулланыла.

2017 йылдың авгусына 2389 һәйкәл һүтелә, уларҙың 1320-һе Ленин һәйкәле. 987 тораҡ пункттың, шул иҫәптән 32 ҡаланың, һәм яҡынса 52 мең урамдың атамаһы үҙгәртелә. Днепропетровск һәм Кировоград өлкәләренең атамаһын үҙгәртеү өсөн Украина Конституцияҙһына үҙгәртеү индерергә кәрәк, әлегә был эшләнмәгән[23][24].

Иҫкәрмәләр

  1. Amnesty International: Запрет Коммунистической партии Украины — это удар по свободе слова в стране 2018 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған.
  2. Рада ухвалила «декомунізаційний пакет»
  3. Декомунизационный пакет: как Россия отреагировала на запрет тоталитаризма
  4. МИД России: «декоммунизация» в Украине — антироссийский шаг
  5. Голос України. — 20 травня 2015. — № 87 (6091). — С. 15-19.
  6. За год в Украине снесли более 500 Ленинов BBC Украина
  7. За рік в Україні знесли півтисячі пам’ятників Леніну 2015 йылдың 18 август көнөндә архивланған.
  8. Сьогодні на Уряді: невідкладна декомунізація Володимир В’ятрович, історик, голова Українського інституту національної пам’яті. Українська правда Блоги.
  9. Юрій ЛАТИШ. Заборонений комунізм — недозаборонений нацизм — не заборонений фашизм
  10. Обнародован список городов и сел, которые подлежат переименованию РИА Новости Украина: http://rian.com.ua/society/20150611/368808736.html
  11. Дніпропетровськ та Кіровоград мають перейменувати, — Інститут національної пам’яті, еспресоТВ, 14 квітня
  12. Україна без комунізму: перейменування Дніпропетровська та Кіровограда, ремонт у ВР, ТСН, 11 квітня
  13. В Україні перейменують усі міста і вулиці з радянськими назвами, ЛБ, 9 квітня
  14. Более 90 % жителей Днепропетровска — против его переименования
  15. Власть Кировограда против переименования города в Ингульск
  16. Запрошуємо до співпраці волонтерів-краєзнавців допомогти у реалізації декомунізаційних законів 2015 йылдың 24 май көнөндә архивланған.
  17. Ленина Бычковская. «Мы бросили внутрь бункера несколько гранат. Через некоторое время начали доставать оттуда тела и вещи…». Факты и комментарии (28 сентября 2016). Проверено 30 апреля 2017.Ленина Бычковская. "Мы бросили внутрь бункера несколько гранат. Через некоторое время начали доставать оттуда тела и вещи...". Факты и комментарии (28 сентябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2017.
  18. Против чекиста, который 65 лет назад убил ОУНовца, открыли производство. Украинская правда (26 апреля 2017). Проверено 30 апреля 2017.Против чекиста, который 65 лет назад убил ОУНовца, открыли производство. Украинская правда (26 апрель 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2017.
  19. ГПУ відкрила провадження проти чекіста, який убив художника УПА. Історична правда (25 апреля 2017). Проверено 30 апреля 2017.ГПУ відкрила провадження проти чекіста, який убив художника УПА. Історична правда (25 апрель 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2017.
  20. В Киеве возбудили дело против ветерана ВОВ за убийство члена ОУН 65 лет назад. Lenta.ru (26 апреля 2017). Проверено 30 апреля 2017.В Киеве возбудили дело против ветерана ВОВ за убийство члена ОУН 65 лет назад. Lenta.ru (26 апрель 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2017.
  21. Стаття 115. Умисне вбивство. Уголовный кодекс Украины. Проверено 30 апреля 2017.Стаття 115. Умисне вбивство. Уголовный кодекс Украины. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2017.
  22. Alec Luhn. Ukraine investigates 94-year-old Jewish veteran over nationalist’s death in 1952. The Guardian (3 мая 2017). Проверено 8 мая 2017.Alec Luhn. Ukraine investigates 94-year-old Jewish veteran over nationalist's death in 1952. The Guardian (3 май 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 май 2017.
  23. Кондратова, Валерия. Вятрович: Агентура РФ в Польше действует в благоприятной среде (рус.), Лiга. Новости, ЛIГАБiзнесIнформ (17 августа 2017). Проверено 17 августа 2017.Кондратова, Валерия. Вятрович: Агентура РФ в Польше действует в благоприятной среде  (рус.), Лiга.Новости, ЛIГАБiзнесIнформ (17 август 2017). 17 август 2017 тикшерелгән.
  24. На подконтрольной Украине территории снесли все памятники Ленину (рус.), Интерфакс (17 августа 2017). Проверено 17 августа 2017.На подконтрольной Украине территории снесли все памятники Ленину  (рус.), Интерфакс (17 август 2017). 17 август 2017 тикшерелгән.

Декоммунизация тураһындағы закондар:

Һылтанмалар

Категориялар