Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты

Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты" юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт бюджет учреждениеһы — 1920 йылда асылған юғары туҡыу йорто.

Донъя фән-мәғариф үҙәктәр араһында алдынғы Рәсәй университеттары конкурентлығын күтәреү проектта ҡатнаша[1]. Ошо юл аша өҫтәмә бюджет аҡса ала.

Университеттың институттары һәм и факультеттары

Институттар
  • Иҡтисад һәм менеджмент Юғары Мәктәбе
  • Хәрби-техник белем алыу һәм Именлек институты
  • Сәнғәт һәм гуманитар фәндәр институты
  • Тәбиғәт фәндәре институты
  • Металлургия һәм материалдар институты
  • Математика һәм компьютер фәндәре институты
Факультеттар
  • Радиоэлектроника һәм мәғлүмәт технологиялары
  • Йәмғиәт һәм сәйәсәт фәндәре
  • Эшҡыуарлыҡ һәм дәүләт идараһы
  • Йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт
  • Фундаменталь мәғариф
  • Механика—машиналар эшләү
  • Төҙөлөш
  • Энергетика
  • Физика—технология
  • Химия—технология
  • Өҫтәмә белем биреү һәм һөнәр үҙгәртеү

Университетты тамамлаған билдәле шәхестәр

Университетҡа мөнәсәбәтле исемдәр

  • Моисеева Светлана Алексеевна (19.12.1968) — фольклорсы, филология фәндәре кандидаты (2006), Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск техник университетының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Екатеринбургтағы Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университетының фольклор һәм боронғо әҙәбиәт кафедраһында ғилми эштәр менән шөғөлләнә. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостан һәм Көньяҡ Урал урыҫ тау сәнәғәте ауылдарының календарь-йола, туй фольклорына арналған. 40-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 2012 йылдан башлап «Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты» юғары белем биреү учреждениеһының Тарихи антропология һәм филология ғилми-тикшеренеү институтының халыҡ мәҙәниәте лабораторияһында өлкән ғилми хеҙмәткәр.[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Подробнее о Проекте. www.5top100.ru. 2015 йылдың 24 октябрь көнөндә архивланған.
  2. МОИСЕЕВА Светлана Алексеевна

Тема буйынса өҫтәмә