Уразаева Фирҙәүес Әсҡәт ҡыҙы

Уразаева Фирҙәүес Әсҡәт ҡыҙы (25 август 1975 йыл) — табиб, медицина фәндәре кандидаты

Биографияһы

Фирҙәүес Әсҡәт ҡыҙы Уразаева 1975 йылдың 25 авгусында Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.

1998 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлай.

Хеҙмәт юлы
  • 2001 йылдан — 4-се бала табыу дауаханаһының 1-се акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы ассистенты
  • 2012 йылдан — Республика балалар клиник дауаханаһы акушер-гинекологы
  • 2016 йылдан — «Мега» клиникаһының гинекологы (бөтәһе лә Өфө ҡалаһында)
  • 2021 йылдан — Бөрйән үҙәк район дауаханаһында акушер-гинеколог, ультратауыш диагностикаһы табибы.

Фәнни хеҙмәттәре

Фирҙәүес Әсҡәт ҡыҙы — акушерлыҡ һәм гинекология өлкәһендә 77 фәнни хеҙмәт, 2 уйлап табыу, 5 рационализаторлыҡ тәҡдиме авторы[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Медицина фәндәре кандидаты (2001)

Һылтанмалар