Ураҙгилдин Флүр Әхмәт улы
Ураҙгилдин Флүр Әхмәт улы (рус. Уразгилдин Флюр Ахметович; 2 ғинуар 1940 йыл) — комсомол һәм партия органдары, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1966 йылдан ВЛКСМ-дың Ҡырмыҫҡалы район комитетының беренсе секретары, 1973—2000 йылдарҙа — «Победа» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1990). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2014).
Биографияһы
Флүр Әхмәт улы Ураҙгилдин 1940 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Аҡташ ауылында тыуған[1].
1957 йылда Сахай урта мәктәбен тамамлағандан Һуң Йоматау ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә[2].
1959 йылда махсус урта белемле «бухгалтер-иҡтисадсы» һөнәрен алғас, йүнәлтмә буйынса Ҡырмыҫҡалы районының Ленин исемендәге колхозында баш бухгалтер урынбаҫары булып үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай, артабан шул уҡ вазифала Сталин исемендәге колхозда эшләй[1].
1960 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Уны Алма-Ата ҡалаһында СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Дәүләт именлеге комитетының Сик буйы ғәскәрҙәрендә үтә. Көндәлек хеҙмәтендәге ыңғай күрһәткестәре һәм сик буйы округы комсомол ойошмаһы тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Ҡаҙаҡ ССР-ы Ленинсы коммунистик йәштәр союзы Үҙәк комитетының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә.
1963 йылда запасҡа ҡайтарыла һәм КПСС-тың Ҡырмыҫҡалы район комитеты инструкторы булып эш башлай.
1966 йылда ВЛКСМ-дың Ҡырмыҫҡалы район комитетының беренсе секретары итеп һайлана һәм был вазифаны 1973 йылғаса башҡара. Был осорҙа Ҡырмыҫҡалы комсомол ойошмаһы ике тапҡыр «Башҡорт АССР-ының иң яҡшы район комсомол ойошмаһы» булып таныла һәм ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының Күсмә Ҡыҙыл байрағына лайыҡ була, ә Флүр Ураҙгилдин ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы һәм «ВЛКСМ-дың Почёт билдәһе» менән бүләкләнә.
1973—2000 йылдарҙа — «Победа» колхозы рәйесе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
• «Почёт Билдәһе» ордены
• «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
• Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы
• Башҡорт АССР-ы Минситрҙар Советының Почёт грамотаһы
• ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы
• «ВЛКСМ-дың Почёт билдәһе»
• Ҡаҙаҡ ССР-ы Ленинсы коммунистик йәштәр союзы Үҙәк комитетының Почёт грамотаһы
• Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы (2014)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Муниципальный район Кармаскалинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане > Уразгильдин Флюр Ахметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2025)
- ↑ Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан. Главная > Пресс-служба > Новости районов > Юбиляры года > Уразгильдин Флюр Ахметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2025)
Һылтанмалар
• Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». УРАЗГИЛЬДИН Флюр Ахметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2025)
• Муниципальный район Кармаскалинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане > Уразгильдин Флюр Ахметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2025)
• Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан. Главная > Пресс-служба > Новости районов > Юбиляры года > Уразгильдин Флюр Ахметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2025)