Усманов Мансур Хәбибулла улы

Усманов Мансур Хәбибулла улы (1915 йыл — сентябрь 1944 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец[1].

Биографияһы

Усманов Мансур Хәбибулла улы 1915 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Кешәнне ауыл Советы Кешәнне ауылында тыуған. Ҡыҙыл Армия сафына Өфө ҡалаһының Сталин районы хәрби комиссариаты тарафынан[1], икенсе материалдар буйынса 1941 йылда Өфө районы Крыкинстройҙан билдәһеҙ районы хәрби комиссариаты тарафынан[2] саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының орудие расчеты составында хеҙмәт итә. 1943 йылдың ноябрь айында яралана. 1944 йылдың июленән хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә, сентябрҙә рәсми рәүештә хәбәрһеҙ юғалған тип таныла[1].

Ғаиләһе

Мансур Усманов һуғышҡа алынғанға тиклем өйләнгән була. Ҡатыны ошо уҡ ауылдыҡы — Х. Усманова[2].

Сығанаҡтар