Усманов Хәбибулла Хәсән улы
Усманов Хәбибулла Хәсән улы (1913 йыл[1] — 2 февраль 1945 йыл[1][2]) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы, гвардия ҡыҙылармеецы, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1944) кавалеры[1].
Биографияһы
Усманов Хәбибулла Хәсән улы 1913 йылда Башҡорт АССР-ының Маҡар районы Әптек ауылында тыуған[1][3]. Маҡар районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында 148‑се гвардия артиллерия-миномет полкының 4-се батареяһы орудие номеры булып хеҙмәт итә[1][2]. Усманов Хәбибулла Хәсән улы 1945 йылдың 2 февралендә Германияның Регендорф ҡалаһы янында һәләк була һәм шунда ерләнгән[2][1]. Ҡатыны Усманова Ғәйшә (Маҡар районы Әптек ауылы)[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Батырлыҡ өсөн миҙалы (1944)
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Книга памяти. УСМАНОВ Хабибулла Хасанович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2021)
- УСМАНОВ Хабибулла Хасанович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2021)
- Усманов 2021 йылдың 5 июнь көнөндә архивланған.
- Усманов Хабибулла Хасанович