Устимова Клавдия Ивановна

Устимова Клавдия Ивановна (4 ғинуар 1926 йыл — 13 август 2009 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Горький өлкәһе Арзамас районының В. А. Новиков исемендәге совхоз -техникум һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).

Биографияһы

Клавдия Ивановна Устимова 1926 йылдың 4 ғинуарында хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһенең Арзамас районы Берёзовка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1941 йылда мәктәптең бишенсе синыфты тамамлай һәм колхозға эшкә урынлаша. Тәүҙә ат ҡарай, ә һуңынан Арзамас районының Берёзовка фермаһында һауынсы була.

Сирек быуат һөт-тауар фермаһында эшләй, районда даими алдынғы була, күп тапҡырҙар социалистик ярышта еңеп сыға. СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша.

1972 йылда юғары һауым өсөн ВДНХ миҙалы менән бүләкләнә. Ул 15 һыйырҙың һәр береһенән йылына уртаса 4206 литр һөт һауып алыуға өлгәшә. 1974 йылда һәр һыйырҙан 5341 килограмм һөт һауып ала[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1975 йылдың 10 февралендәге Указы менән Клавдия Ивановна Устимоваға малсылыҡта ҙур күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә. Тыуған совхозында артабан эшләүен дауам итә.

2009 йылдың 13 августында вафат була. Арзамас зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Берёзовка ауылы урамдарының береһенә уның исеме бирелгән[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Знаменитые люди Арзамаса. Устимова Клавдия Ивановна, Филиппов Александр Васильевич, Цыбышевы, Чижков Николай Иванович. arzamas-rajon.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2020.
  2. Клавдия Устимова. timenote.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2020.

Әҙәбиәт

  • Герои Труда — нижегородцы. — Нижний Новгород, 2001.

Һылтанмалар