Фазуллин Ғафуан Мырҙағәле улы

Ғафуан Мырҙағәле улы Фазуллин (рус. Гафуан Мурзагалеевич Фазуллин1959 йылдың, Иҫке Исай ауылы, Нуриман районы, Башҡорт АССР-ы, СССР) — совет, Рәсәй йырсыһы. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995).

Биографияһы

1959 йылда Башҡорт АССР-ының Нуриман районы Иҫке Исай ауылында тыуа. Ауылындағы урта мәктәпте тамамлағас, хәрби хеҙмәткә алына. Юғары һөнәри белем алыу теләге уны Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына алып килә. Әҙерлек курсында уҡығандан һуң, ике йылдан уҡыу йортоноң көндөҙгө бүлегенә инә. Институтты тамамлағас, 1988 йылда эшкә Силәбе өлкәһенә китә, унда Силәбе концерт берләшмәһендә эшләй. Унда 14 йыл хеҙмәт иткәс, 2002 йылда Учалы филармонияһына килә. Бер үк ваҡытта йырсы ла, Учалы муниципаль филармонияһының художество етәксеһе лә булып эшләй. Һуңынан Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһында уҡыта. 2007 йылда Стәрлетамаҡ филармонияһына килеп, йырсы ла, вокал буйынса репетитор (рус.)баш. булып та эшләй. Репертуарында (рус.)баш. халыҡ йырҙарынан тыш, башҡорт, татар, украин һәм башҡа телдәрҙә эстрада йырҙары бар. Халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Бөтә Рәсәй «Голоса России» телевизион конкурсы лауреаты. 2021 йылдың майында НТВ-ның «Ты супер! 60+» телевизион проектының беренсе сығарылышында ҡатнаша һәм «Очи чёрные» йырын башҡара[1][2].

Ижады

«Рух асылы», «Легенды Урала» (төп партия) мюзиклында, «Романса трепетные звуки», «Песни нашей памяти», «Мой путь», «Солнце, воздух и вода наши лучшие друзья», «Взрывные каникулы», «Поющая душа художника», «В сердцах и мыслях мы России дети», «Любовью к родине дыша», «С ритмом в сердце, с мелодией в душе» программаларында ҡатнаша. 2019 йылдың 16 апрелендә 60 йәшен һәм ижади эшмәкәрлегенең 30 йыллығын «Йырлы-моңло күңелем» («Песенная душа моя») тамашаһы менән билдәләй[3][1].

Ғаиләһе

  • Өйләнә, иртә тол ҡала[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995);
  • Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең Рәсәй профсоюзы Почёт грамотаһы (2016);
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесенең Рәхмәте (2019);
  • Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты (2019);
  • «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» миҙалы (2020)[5];
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты (2021);
  • Халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Бөтә Рәсәй «Голоса России» телевизион конкурсы лауреаты[1].

Репертуары

Йырсының репертуарына башҡорт, рус, татар һәм башҡа халыҡ, эстрада йырҙары инә:

  • «Мой путь»
  • «Ниңә моңланаһың тимә»
  • «Ехал я из Берлина…»
  • «Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин»
  • «Аҡбуҙат»
  • «Бер күрешик» (Рафаил Бакиров — Басир Рафиҡов)
  • «Әгәр белгән булһам» (Илдар Сәлимов музыкаһы)
  • «Йыр һәм Ҡурай» (Илдар Сәлимов — Яҡуп Ҡолмой)
  • «Ғүмергә»
  • «Килмә» (Гөлсибәр Садыҡова һүҙҙәре һәм музыкаһы)
  • «Бойоҡма» (Илдар Сәлимов — Азиф Мәғрүбов)
  • «Сирен»
  • «Отрада»
  • «Что ж ты опустила глаза» (Parlami d’amore Mariu)
  • рус халыҡ йыры «Ах ты, душечка»
  • «Сердца четырех» кинофильмынан лирик йыр (Елена Калинина менән дуэт)
  • «Ос һин, йырым» (Рафаил Бакиров)
  • «Метелица» (В. Волченко)
  • «Мөхәббәт емеше»
  • «Таң йыры»
  • «Если бы…»
  • «Башҡортостан»
  • «С Днём Победы»[6].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Официальный аккаунт Стерлитамакского Театрально-концертного объединения. аккаунт СТКО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2026.
  2. Ты супер! 60+ / Полные выпуски. 1 сезон / Выпуск №1. НТВ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2026.
  3. Песенная душа Гафуана Фазуллина. cityopen.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2026.
  4. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғафуан Фазуллин: «Сәхнә — эш урыным түгел». ashkadar.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 август 2026.
  5. Музыкальная премьера, посвящённая Году башкирского языка. sterlitamakadm.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2026.
  6. Гафуан Фазуллин (треки). zvu4it.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2026.