Фазылбәкова Мөнәүәрә
Фазылбәкова Мөнәүәрә (рус. Фазылбекова Мунавара) - ( 1923 йылғы) - шәфҡәт туташы, 1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ул һуғышта яраланған һалдаттарҙы ҡотҡарыр өсөн һәләк булған.
Биографияһы
Мөнәүәрә Фазылбәкова 1923 йылда Башҡорт АССР-ының Балтас районы Иҫке Уразай ауылында донъяға килгән.
Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Балтас районының Шауъяҙы фельдшер пункты мөдире булып эшләй.
1942 йылдың 25 авгусында Ростов өлкәһенең Скацерск ауылы янында Мөнәүәрә яуҙа яраланған һалдаттарҙы госпиталгә оҙатырға әҙерләп йөрөгән була. Кинәт ул яралылар ятҡан блиндажға дошман танкыһы яҡынлашыуын күреп ҡала. Шәфҡәт туташы граната тотоп ала ла танк аҫтына ташлана. Был батырлыҡтың шаһиттары һөйләүенсә, танк блиндажға тиклем бер нисә метр ҡалған ерендә туҡтап ҡала. Уны әле бары тик 19 ғына йәшлек ҡыҙ, үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, туҡтата. Ҡаһарманлығы менән тиҫтәләгән һалдатты ҡотҡара. Был турала уның әле Балтас ауылында йәшәгән йәшәгән полкташы Т. Ғәлимйәнова хәбәр итә[1][2]
Иҫтәлеге
Уразайҙар ҡаһарман ауылдашының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Балтастың Дан аллеяһында Мөнәүәрә Фазылбәкованың һынын ҡуйырға ниәтләнәләр. Яҡташтары Хәнис Хәзимов һәм Риф Ғарипов "Уразай һәм уразайлылар" тигән китап сығарған, унда Мөнәүәрә Фазылбәкованың батырлығы ла һүрәтләнә [3].
Әҙәбиәт
- А.А.Кулагина. Медики Башкирии в боях за Родину / А. А. Кулагина. - Уфа : Полиграфкомбинат, Б. г. (1995). - 79 с. - ISBN 5-85051-038-9 .
- Х.Хазимов, Р.Гарипов. «Уразай һәм уразайлылар» - Уфа, 2018
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://search.rsl.ru/ru/record/01001717783 А.А.Кулагина. Медики Башкирии в боях за Родину
- ↑ в Уфе чествовали военных медиков
- ↑ 10 апреля прошла презентация книги Х.Хазимова и Р.Гарипова «Уразай һәм уразайлылар»
Һылтанмалар
- Вклад Башкортостана в Великую Победу 2020 йылдың 23 апрель көнөндә архивланған.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |