Физкультурниктар көнө
Физкультурниктар көнө — Рәсәйҙә йыл һайын августың икенсе шәмбеһендә билдәләнгән физик культура һәм спорт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы[1]. Байрам спортсыларға, тренерҙарға, физик культура уҡытыусыларына, шулай уҡ физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүсе бөтә кешеләргә ҡағыла[2].
Дата күсеп йөрөгәнлекәтн, байрам көнө йыл һайын үҙгәрә: 2026 йылда Физкультурниктар көнө 8 авгусҡа тура килә[3].
Тарихы
СССР-ҙа байрамдың булдырылыуы
Бөтә союз физкультурниктар көнө СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән 1939 йылдың июлендә булдырыла. Уның маҡсаты физик культураны һәм спортты киң пропагандалау була[4][5]. Байрам тәүге тапҡыр 1939 йылдың 18 июлендә билдәләнә[4][5].
Тәүҙә дата һәр йыл яңынан булдырыла. 1961 йылдан байрам августың икенсе шәмбеһенә беркетелә — күсеп йөрөгән дата сараларға төрлө һөнәр вәкилдәрен йәлеп итергә мөмкинлек бирә[4][5]. Байрам итеүҙең ғәмәлдәге тәртибе СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылғы редакциялағы «Байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында» указы менән раҫлана[6].
Физкультура хәрәкәтенең үҫеше
Байрамдың барлыҡҡа килеүенә 1920—1930 йылдарҙа физик культураның таралыуы булышлыҡ итә, был осорҙа Ювеналдың «Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух» лозунгыһы киң ҡулланыла. 1920 йылда беренсе физик культура институты асыла, ә 1931 йылда Бөтә союз «|Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» (ГТО) физкультура комплексы раҫлана[7].
Ошо уҡ осорҙа эре спорт йәмғиәттәре: 1923 йылда — «Динамо», 1935 йылда «Спартак» ойошторола[8]. 1956 йылдан алып Бөтә союз физкультурниктар көнөнә СССР халыҡтары спартакиадаларын асыу тап килтерелә — был дүрт йылға бер үткәрелгән күмәк ярыштар була[5].
Рәсәй Федерацияһында байрам
2014 йылда Рәсәйҙә яңынан Бөтә Рәсәй «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» физкультура-спорт комплексы раҫлана, ул нормативтар үтәү һөҙөмтәләре буйынса алтын, көмөш һәм бронза отличие билдәләре тапшырыуҙы күҙ уңында тота[6][9]. Айырым белем биреү ойошмалары абитуриенттарҙы ҡабул иткәндә ГТО-ның алтын отличие билдәһен иҫәпкә ала[9].
Физкультурниктар көнөндә күмәк кеше ҡатнаша һәм Рәсәй ҡалаларының күпселегендә билдәләнә. Саралар төрлө йәш төркөмдәренә йүнәлтелгән, шул иҫәптән мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй ярыштары һәм Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһы үткәрелә. 2023 йыл мәғлүмәттәре буйынса, илдә байрамға тап килтерелгән 700-ҙән ашыу спорт сараһы үткәрелә, уларҙа 80 миллионға яҡын кеше ҡатнаша[10].
2024 йылда байрам 10 августа билдәләнә[11]. 2025 йылда ул 9 авгусҡа тура килә. Рәсәй төбәктәрендә ошо датаға тап килтерелгән спорт саралары үткәрелә[12].
Байрам итеү традициялары
СССР-ҙа байрам физкультура хәрәкәтенең ҡаҙаныштарын күрһәтеү формаһы булараҡ ҡулланыла: был көндө спортсыларҙың күрһәтмә сығыштары һәм төрлө кимәлдәге ярыштар үткәрелә, чемпионаттар еңеүселәренә хөрмәт күрһәтелә[4]. Шулай уҡ физкультурниктар парадтары үткәрелә — тәүҙә Ҡыҙыл майҙанда, һуңыраҡ «Динамо» стадионында.
Хәҙерге Рәсәйҙә байрамға даими һәм миҙгелле спорт объекттарын асыу, мини-футбол һәм өҫтәл теннисы буйынса турнирҙар, эстафеталар, арҡан тартыу һәм армрестлинг буйынса ярыштар, күмәк кеше ҡатнашҡан зарядкалар һәм ГТО нормативтарын тапшырыу тап килтерелә[7][8]. Ҡотлауҙар профессиональ спортсыларға ғына түгел, физик культура уҡытыусыларына, тренерҙарға һәм спорт һөйөүселәргә лә адреслана[1].
Байрам итеү даталары
2026—2029 йылдарҙа Физкультурниктар көнөнөң даталары[13]:
| Йыл | Дата |
|---|---|
| 2026 | 8 август |
| 2027 | 14 август |
| 2028 | 12 август |
| 2029 | 11 август |
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 День физкультурника в России в 2026 году. РИА Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2026.
- ↑ К 85-летию Дня физкультурника. Президентская библиотека — о спортивной жизни в блокадном Ленинграде. Президентская библиотека имени Б. Н. Ельцина. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2026. Архивировано 10 сентябрь 2024 года.
- ↑ День физкультурника: когда отмечается в 2026 году, история. СберБизнес Live (29 июль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2026.
- ↑ 1 2 3 4 День физкультурника. Управление физической культуры и спорта Липецкой области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2026.
- ↑ 1 2 3 4 День физкультурника: прошлое и настоящее праздника. Российский студенческий спортивный союз. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2026.
- ↑ 1 2 День физкультурника в России в 2026 году: история и традиции. Lenta.ru (11 ғинуар 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2026.
- ↑ 1 2 День физкультурника в Москве — когда и где пройдёт. RUSSPASS Журнал (9 июль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2026.
- ↑ 1 2 День физкультурника: история и традиции. Праздники в году. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2026.
- ↑ 1 2 День физкультурника: дата и история. РБК Life (11 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2026. Архивировано 20 сентябрь 2024 года.
- ↑ День физкультурника в РФ. РИА Новости (12 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2026. Архивировано 15 август 2023 года.
- ↑ День физкультурника: почему его учредили в 1939 году. РИА Новости (10 август 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2026.
- ↑ В регионах России прошли спортивные мероприятия в честь Дня физкультурника. Смотрим (ВГТРК) (9 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2026.
- ↑ Август: профессиональные праздники и памятные даты. КонсультантПлюс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2026.