Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы

Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы Исмәғилев (рус. Исмагилов Файзрахман Абдрахманович; 1955 йылдың 24 марты, Йөйәк, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй рәссамы, 1986 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004).

Биографияһы

Фәйзрахман Абдрахман улы Исмәғилев 1955 йылдың 24 мартында Башҡорт АССР-ының Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған.

1978 йылда Өфө сәнғәт институтын (уҡытыусыһы Р. М. Нурмөхәмәтов) тамамлай. Репин исемендәге Санкт-Петербург дәүләт академия институтында стажировка үтә[1].

1980 йылдан Өфөнөң 2-се педагогия колледжында эшләй, 1983—1986]йылдарҙа — Башҡортостан ижади-производство комбинатында рәссам, 1993 йылдан — Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡытыусы, 2003 йылдан М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры.

1995 йылдан «Артыш» ижади берекмә ағзаһы.

Рәссамдың эштәре Третьяков галереяһында, М. В. Нестеров ис. БДХМ (Өфө), «Academia» (Өфө, УГАЭС), Белорет, Нефтекама картиналар галереяһында, А. Мөбәрәков музей-йортонда, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана[2].

Эштәре

«Ауыл хыялыйы» (1980), «Таң» (1983), «Өйөрөлмәк» (1989), «Толпар» (1991), «Алпамыша», «Ҡыҙылташ» (1992), «1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар» (1998—2004), «Салауат тураһында иртәк» (2003—2004; соавторы И. И.Ғаянов), «Ҡанатлы ат», «Ҡолап барыусы Толпар», «Сен-Жермен майҙанында таң», «Александр I батшаның башҡорттарға мөрәжәғәте», «Йылға янында».

Күргәҙмә

Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы — 1974 йылдан художество, 2006 йылдан халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Шәхси күргәҙмәләре Өфөлә (1987, 1993, 2005, 2006), Белоретта (1990, 1997), Стәрлетамаҡта (2006).

2025 йылдың мартында Башҡортостан Республикаһының Милли музейында рәссамдың 70 йәшенә арналған «Сәнғәткә 70 йыл. Ваҡыт һәм яҡтылыҡ аша сәйәхәт» юбилей күргәҙмәһе асылды. Оҫтаның 40-тан ашыу эше күргәҙмәгә ҡуйылды[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997);
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2004) — Салауат Юлаевҡа һәм башҡорт полктарының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуына арналған картиналар серияһы өсөн;
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004);
  • Рәсәй Рәссамдар ижади союзының Почет грамотаһы (2009);
  • Рәсәй Рәссамдар союзының Маҡтау грамотаһы (1985, 2009);
  • Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрының Рәхмәт хаты (2012);
  • Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты (2015);
  • Рәсәй сәнғәт академияһының почетлы ағзаһы (2015)[4];
  • Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй һынлы һәм биҙәү сәнғәте конкурсы лауреаты (2018)[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Файзрахман Абдрахманович Исмагилов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026. Архивировано 4 декабрь 2023 года.
  2. 1 2 Исмагилов Файзрахман Абдрахманович. Российская академия художеств. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2026.
  3. В Национальном музее открылась выставка, посвящённая юбилею Файзрахмана Исмагилова. Национальный музей РБ (26 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026.
  4. Российская академия художеств. К 70-летию Файзрахмана Абдрахмановича Исмагилова. rah.ru (24 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026.