Халыҡҡа Яңы йыл мөрәжәғәте
Халыҡҡа Яңы йыл мөрәжәғәте — ҡайһы бер илдәрҙә дәүләт башлығының йәки хөкүмәт башлығының граждандарға шәхси мөрәжәғәте. Ул, ҡағиҙә булараҡ, Яңы йыл алдынан телевидение аша трансляциялана. Был мөрәжәғәттә ғәҙәттә Яңы йыл менән ҡотлауҙар, үткән йылға ҡыҫҡаса йомғаҡ яһау һәм яңы йылда башҡарыласаҡ эштәргә күҙаллау бар.
Үҙенсәлектәр
Дәүләт башлығының яңы йыл мөрәжәғәтнамәһе жанры ҡотлау жанры нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Был жанрҙың тарихы XVII быуатҡа барып тоташа, ә дәүләт башлығының яңы йыл ҡотлауҙары XX быуатта башлана. Яңы йыл мөрәжәғәтнамәһе жанрын уйлау һәм телдән анализлау осоро XX—XXI быуаттар сигендә башлана. Ул осорҙа был ритуаль жанр тулыһынса формалашып, Яңы йыл телевизион эфирының даими өлөшөнә әүерелә[1].
Формаль рәүештә, президенттың яңы йыл мөрәжәғәтнамәһе — милли телевидениеның үҙәк йәки бер нисә каналы аша трансляцияланған ҡыҫҡа ғына байрам алды ролигы. Ул, ҡағиҙә булараҡ, Яңы йыл етеүгә 10 минут ҡалғас (теүәл ваҡыт уның оҙайлылығына бәйле һанап сығарыла), секундлап иҫәпләнеп трансляциялана. Рәсәйҙә, мәҫәлән, мөрәжәғәтнамә видеояҙмаһы куранттарҙың һуғыуына тап килә. 12 мәртәбә куранттар һуғыуы — Яңы йылдың төп символы. 1 ғинуарҙа 00:00:00 сәғәттә Кремль/Минск куранттары яңы йылды 10 секунд үткәс (00:00:10) башланған тәүге һуғыуы менән ҡаршы ала.
Телевизион эфирҙың аныҡ ваҡыты бер нисә сәғәткә үҙгәреүе мөмкин: мәҫәлән, Польшала президенттың яңы йыл ҡотлауҙары мөһим коммуникатив ваҡиға тип иҫәпләнмәй, һәм, ғәҙәттә, киске яңылыҡтарҙан һуң, 20:00 сәғәттә трансляциялана. Рәсәй бер нисә ваҡыт бүлкәтенә бүленгән, шуға күрә яңы йыл ҡотлауҙары һәр төбәктә ваҡытҡа ҡарап тапшырыла (Белоруссиянан айырмалы рәүештә, унда бер ваҡыт бүлкәте булыу сәбәпле, президент халыҡты бер үк ваҡытта — төнгә бер нисә минут ҡалғанда ҡотлай)[2]. Яңы йыл мөрәжәғәтнамәләренең кадрҙарында биҙәлгән шыршы йәки уның элементтары булыуы мотлаҡ. Шыршы, ҡағиҙә булараҡ, президенттың уң яғында йәки һул яғында урынлаша, әммә башҡа перспективала ла күрһәтелеүе мөмкин[3].
Анализ
Президенттың яңы йыл мөрәжәғәтнамәһен коммуникатив хәл булараҡ ҡарарға мөмкин. Был хәлдә билдәле компоненттар йыйылмаһы ҡулланыла: мөрәжәғәттең нигеҙендә адресанттың (дәүләт башлығының) граждандарға милли телдә яңы йыл ҡотлауын тапшырыу теләге ята. Адресаттың хәбәрҙе дөрөҫ аңлауы өсөн теле яҡшы таныш булыуы мотлаҡ. Президенттың яңы йыл мөрәжәғәтнамәһенең семиотик киңлеге вербаль һәм вербаль булмаған саралар ярҙамында формалаша, улар тейешле суггестив эффект алыуҙы маҡсат итә[4]. Мөрәжәғәт тексының төп конститутив элементтары — милли ҡиммәттәр. Улар нигеҙендә үткәнгә баһа бирелә һәм киләсәк өсөн бурыстар билдәләнә. Мөрәжәғәтнамәләрҙең мәғәнәле йөкмәткеһе «үҙ-ара семиотик оппозицияларҙың билдәләнгән йыйылмаһы аша» эшләнгән ике полюслы модель нигеҙендә ойошторола: насар (проблемалы, иҫке, сит, хәүефле, ҡурҡыныс, ялған) һәм яҡшы (мотлаҡ кәрәкле, яңы, үҙ, уңайлы, ышаныслы, ысын). [5]. Текстың авторы тарафынан яҡшы тип билдәләнгән концепция, билдәле бер коннотатив ҡатламлы киң тапшырыуҙар ярҙамында уны адресат донъяһы картинаһына «ҡушыу» өсөн, лингвосемиотик эшкәртелә. Дәүләт башлығының яңы йыл ҡотлау тексы өсөн Ватан (Ватан, Ил), Ғәҙеллек, Азатлыҡ (Бойондороҡһоҙлоҡ), Беҙ (Милләт), Улар, Дөрөҫлөк, Ялған, Яҡшылыҡ, Яуызлыҡ, Именлек кеүек идеологемалар айырыуса әһәмиәтле булып тора. «Беҙ (Мин һәм Һеҙ) — Улар» яңы йыл мөрәжәғәтенең тексында президент һәм халыҡ образдарын, шулай уҡ күптән түгел үткән һәм яҡын киләсәк ваҡиғаларын һүрәтләй.
Яңы йыл мөрәжәғәттәре текстары, ғәҙәттә, спичрайтерҙар тарафынан әҙерләнә һәм дәүләт башлығы менән килештерелә генә, тексты дәүләт башлығы үҙе яһмай. Яңы йыл мөрәжәғәте тексын төҙөүсе авторҙың бөтә ил өсөн йыл йомғаҡтарын яһау алыуы мөһим. Яңы йыл мөрәжәғәттәрендә адресат булып ил граждандарының барыһы ла берҙәм милләт, халыҡ булараҡ сығыш яһай (сәйәси ҡараштарына ҡарамай). Адресанттың төп интенцияһы тыңлаусыларҙы милләт булараҡ берләштереүгә, күп һанлы адресат менән статуслы ебәреүсе араһындағы сиктәрҙе бөтөрөүгә йүнәлтелгәнлектән, мөрәжәғәт итеүсе шәхсән президент ҡына түгел, дуҫ булараҡ та сығыш яһай. Шуға бәйле текстта интеграция тактикаһы әүҙем ҡулланыла, һәм уның үҙенсәлекле билдәләре булып «беҙ» шәхси алмашы, берҙәмлекте белдергән һүҙҙәр (бергә, бөтәбеҙ, беҙҙең, берҙәмлек, халыҡ), «үҙебеҙ», «үҙ даирәбеҙ» кеүек семантик ҡырҙы билдәләгән берҙәмлек компоненты булған һүҙҙәр[6], шулай уҡ «ғаилә» семантик ҡырына ингән һүҙҙәр тора. Текста хикәйәләү субъекты булған «мин» алмашы, шулай уҡ адресатҡа ишаралаған «һеҙ» алмашы, ҡағиҙә булараҡ, бары тик оптатив формала — ҡотлау өлөшөндә генә осрай[6].
Президенттың яңы йыл мөрәжәғәтенең йомғаҡ яһаусы өлөшөндә һәм киләһе йылға йүнәлештәрҙе билдәләүҙә квалификатор билдәләре алғы планға сыға. Улар ҡабул итеүҙең киң даирәһен булдыра (файҙалы, хәүефле, ауыр һәм башҡалар), шулай уҡ процесив билгеләр ҙә әһәмиәткә эйә, улар айырым профессиональ эш-хәрәкәттәрҙе атай. Әгәр үтеп барған йыл ваҡиғалары рациональ критерийҙарҙан сығып баһаланһа, киләсәккә ҡарашты булдырыу адресаттың хис-тойғоларына йоғонто яһарға һәм һөйләүсегә ҡарата ихтирам уятырға тейеш[6].
Филология фәндәре докторы Ж. Р. Сладкевич яңы йыл мөрәжәғәтенең үҙенсәлектәрен билдәләү параметрҙарын түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала тип раҫлай[6]:
- Һөйләү формаһы: икенсел ауыҙ-тел формаһы (төп формала яҙма һөйләм), йәғни алдан яҙылған һәм белгестәр тарафынан төҙәтелгән;
- Аралашыу өлкәһе һәм характеры: йәмғиәт-сәйәси, медиаль хәбәр, дөйөм милли телевидение аша трансляция өсөн яҙҙырылған;
- Сәбәбе: яңы календарь йылы башланыуы;
- Коммуникатив маҡсаты: төп маҡсат — дөйөм ҡиммәттәр һәм өҫтөнлөклө идеология нигеҙендә милләтте берләштереү; өҫтәмә маҡсаттар — үтеп барған йылға йомғаҡ яһау, киләһе йылға перспективаларҙы билдәләү, хөкүмәт өсөн кәрәкле идеяларҙы халыҡ аңына һеңдереү, халыҡты байрам менән ҡотлау һәм адресаттың ыңғай эмоциональ хәлен нығытыу;
- Адресанттың образы/статусы: дәүләт башлығы булараҡ иң юғары вазифалы кеше, был ғәҙәттә жанр атамаһында нығытылған;
- Адресаттың образы: ил граждандары (текстарҙың күпселегендә берҙәм милләт булараҡ);
- Кире бәйләнеш (перлокутив эффекттың эмоциональ төрө): адресаттың шатлыҡ, патриотик хис-тойғолар, рәхмәт, һоҡланыу, асыу һәм башҡаларҙы кисереүе;
- Төҙөлөш буйынса мотлаҡ элементтар:
- Адресатҡа мөрәжәғәт;
- Сәбәпте күрһәтеү;
- Үтеп барған йылға йомғаҡ яһау;
- Киләһе йыл өсөн дөйөм бурыстарҙы билдәләү;
- Идеологик һәм патриотик компоненттар (ҡиммәттәрҙе билдәләүҙе индереп);
- Байрам менән ҡотлау һәм теләктәр еткереү.
- Ритуаль характер: яңы йыл мөрәжәғәте перформатив, цикллы характерға эйә һәм ваҡытҡа локалләшкән (31 декабрҙә, төнгө сәғәт 12-гә бер нисә минут ҡалғанда милли телевидение каналдары аша трансляциялана); яңы йыл мөрәжәғәтенең ритуаль атрибутикаһы асыҡ күренә (шыршы, куранттар һуғыуы, гимн, флаг, шампан шарабы бокалы һәм башҡалар).
Дәүләт башлығының Яңы йыл мөрәжәғәте төрлө илдәрҙә
Австрия
Австрияла Яңы йыл алдынан халыҡҡа президент мөрәжәғәт итә, ә канцлерҙың мөрәжәғәте 26 октябрьдәге милли байрамда трансляциялана.
Әрмәнстан
Әрмәнстанда 2019 йылдан башлап халыҡҡа Яңы йыл мөрәжәғәтен әрмән телендә премьер-министр яһай. Быға тиклем, был ил үҙ аллы булғандан алып, Яңы йыл мөрәжәғәтен был республика президенты башҡара ине.
Әзербайжан
Әзербайжанда Яңы йыл мөрәжәғәтен йыл һайын традиция буйынса президент үҙ дәүләт теле — әзербайжан телендә яһай.
Беларусь
Беларусьта Яңы йыл мөрәжәғәте менән 26 йыл буйы Беларусь Республикаһы Президенты — Александр Лукашенко сығыш яһай. Йыл һайын ул ниндәйҙер бер теманы һайлап ала. Мәҫәлән, 2003 йылдың 31 декабрендә уның сығышы «Ваҡыт — ҡош» тип аталды, ә 2016 йылда мөрәжәғәтенең темаһы «Барыһы ла әле алда» булды[7]. 1994 йылдан 2012 йылға тиклем Яңы йыл мөрәжәғәттәре Беларусь Республикаһы Президенты резиденцияһында, Минск ҡалаһында үтә ине, ә «Үҙаллылыҡ һарайы» төҙөлөп бөткәс, 2013 йылдың 31 декабренән алып мөрәжәғәттәр уның биләмәһендә үтә башланы.
2017 йылдың 31 декабрендә ғәҙәти административ үҙәктәр урынына Александр Лукашенконың 2017 йылда әйткән төп цитаталары һәм сығыштары күрһәтелде.
Бөйөк Британия
1923 йылда «Би-би-си» генераль директоры Джон Рейт король Георг V-ҡа Раштыуа менән халыҡҡа мөрәжәғәт итергә тәҡдим итә, ләкин был идея король тарафынан кире ҡағыла. Шуға ҡарамаҫтан, Рейт үҙ идеяһын ныҡышып яҡлай, һәм 1932 йылда Георг V үҙенең Сандрингемдағы резиденцияһынан радио аша Бөйөк Британия граждандарына мөрәжәғәт яһай. Мөрәжәғәт тексын Редьярд Киплинг яҙған була. Шул ваҡыттан алып Британия королдәре һәм королевалары йыл һайын Раштыуа менән ҡотлай башлай, 1936 һәм 1938 йылдарҙан башҡа (1936 йылдың декабренән 1952 йылдың февраленә тиклем хакимлыҡ иткән Георг VI 7 йәшенән ярым һөйләүсәнлек менән яфалана). 1957 йылда королева Елизавета II-нең Раштыуа мөрәжәғәте тәүгә телевидение аша күрһәтелә.
Германия
Германияла 1970 йылдан башлап Германия федераль канцлеры Яңы йыл мөрәжәғәте менән сығыш яһай. Германия федераль президенты иһә, формаль рәүештә дәүләт башлығы булып һаналһа ла, халыҡҡа Раштыуа менән мөрәжәғәт итә. 1949 йылдан 1969 йылға тиклем киреһенсә була. 1952 йылда Яңы йыл мөрәжәғәте тәүге тапҡыр телевидение аша трансляциялана. Курьёз осраҡ 1986 йылдың 31 декабрендә була, ул саҡта Das Erste телеканалы Гельмут Кольдың уҙған йылғы мөрәжәғәтен трансляциялай. Телеканал етәкселеге был хатаны таный, һәм 1987 йылдың 1 ғинуарында Das Erste канцлерҙың дөрөҫ мөрәжәғәтен күрһәтә.
Ҡаҙағстан
Ҡаҙағстанда традиция буйынса президент Яңы йыл мөрәжәғәтен ҡаҙаҡ һәм рус телдәрендә яһай.
Ҡырғыҙстан
Ҡырғыҙстанда президент халыҡҡа мөрәжәғәт итә, һәм ул шулай уҡ үҙ сығышын ҡаҙаҡтағы кеүек үк ҡырғыҙ һәм рус телдәрендә бүлеп һөйләй, сөнки рус теле был илдә рәсми статусҡа эйә.
КХДР
2013 йылдың 1 ғинуарында BBC News Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы лидерының 19 йыл эсендә тәүгә Яңы йыл телеҡотлау мөрәжәғәте менән сығыш яһауын хәбәр итте[8].
Польша
Польшала Яңы йыл мөрәжәғәте менән Польша Президенты сығыш яһай.
Рәсәй
Рәсәйҙә халыҡҡа Яңы йыл мөрәжәғәте менән Рәсәй Президенты сығыш яһай.
Тажикстан
2000 йылдар уртаһынан Тажикстанда халыҡҡа Яңы йыл мөрәжәғәтен был дәүләт президенты тажик телендә яһай.
Төркмәнстан
Төркмәнстанда Яңы йыл төнөндә халыҡҡа мөрәжәғәт менән президент төркмән телендә сығыш яһай.
Үзбәкстан
1989—2016 йылдарҙа, Ислам Каримов хакимлыҡ иткән осорҙа, Үзбәкстан президенты Яңы йыл телевидение мөрәжәғәте менән сығыш яһамай торғайны. Дәүләт президентының ҡотлауын Яңы йыл кисендә диктор уҡый ине. Шәүкәт Мирзиёев хакимлыҡҡа килгәндән һуң, халыҡҡа тура эфирҙа Яңы йыл мөрәжәғәтен яһау традицияһы башланды. Президент башта халыҡты рус телендә ҡотлай, шунан һуң, яңы йыл килеүгә бер нисә минут ҡалғас, үзбәк телендә мөрәжәғәт итә.
Украина
Украинала Яңы йыл мөрәжәғәте менән Украина Президенты сығыш яһай. Леонид Кучма ун мәртәбә ҡотлау менән сығыш яһаған. 2003 йылда уның мөрәжәғәте ейәне һәм эте менән бергә төшөрөлгән.
Виктор Януковичтың 2013 йылдың 31 декабрендәге һуңғы Яңы йыл мөрәжәғәтенә яуап итеп, тәүгә тапҡыр халыҡтың Президентҡа мөрәжәғәте баҫылып сыҡты[9][10].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Сладкевич, 2016, с. 170
- ↑ Сладкевич, 2016, с. 182
- ↑ Сладкевич, 2016, с. 185
- ↑ Сладкевич, 2016, с. 174
- ↑ Сладкевич, 2016, с. 175—176
- ↑ 1 2 3 4 Сладкевич, 2016
- ↑ Беларусь Президентының Яңы йыл мөрәжәғәттәре. UDF.BY. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2018. Архивировано из оригинала 1 ғинуар 2018 года.
- ↑ North Korea’s Kim Jong-un makes rare new year speech. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2013. Архивировано 19 апрель 2013 года.
- ↑ Васильева, Мария. От Кравчука до Порошенко. Поздравления украинских президентов. Интернет-издание «Гордон» (1 ғинуар 2015). — Публикации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2016. Архивировано 23 декабрь 2016 года.
- ↑ Герасимюк, Елизавета. История новогодних обращений президентов Украины. Телеканал новостей «24» (31 декабрь 2014). — Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2016. Архивировано 26 декабрь 2016 года.