Халыҡ-ара йүгереү көнө

Халыҡ-ара йүгереү көнө рус. Международный день бега — халыҡ-ара байрам, йыл һайын июнь айының беренсе шаршамбыһында билдәләнә. Байрамдың маҡсаты — йүгереү тураһында мәғлүмәтте спорт төрө булараҡ таратыу һәм бөтә донъя йүгереүселәрен берләштереү.

Байрам тураһында

Тарихы

Халыҡ-ара йүгереү көнө 2009 йылда АҠШ-та милли байрам булараҡ барлыҡҡа килә[1]. Тиҙҙән ул киң популярлыҡ яулай һәм ил сиктәренән сыға. 2016 йылдың 1 июненән халыҡ -ара байрам итеп рәсми раҫлана[2].

2017 йылда халыҡ-ара еңел атлетика федерациялары ассоциацияһы (IAAF) был башланғысты хуплай, һәм шул ваҡыттан алып бөтә донъя йүгереү көнө июнь айының һәр беренсе шаршамбыһында күп илдәрҙә билдәләнә.

Байрам йолалары

Байрамда теләге булған һәр кеше, һәр спорт ойошмаһы ҡатнаша ала. Халыҡ-ара йүгереү көнөн байрам итеүҙең иң ябай ысулдарының береһе — йүгерергә сығыу. Был көндө үткән еңел атлетика сараһына ҡушылырға йәки дистанцияны үҙ аллы үтергә мөмкин.

Байрам көндө шулай уҡ бөтә донъя буйынса йөҙләгән спорт ойошмаларына ярҙам итеүгә һәм үткәндәге бөйөк еңел атлеттарҙы иҫкә алыуға арналған йәмәғәт саралары үтә. Ундай сараларҙа замандың билдәле шәхестәре ябай ҡатнашыусы йәки хөрмәтле ҡунаҡ сифатында сығыш яһай.

Йүгереүселәргә үҙҙәренең спорт ҡаҙаныштарын халыҡ-ара йүгереү көнөнөң рәсми порталында теркәү мөмкинлеге бирелә[3]. Рәсми порталда маршрутты, уның оҙонлоғон һәм урынын күрһәтергә мөмкин. Шулай уҡ порталда виртуаль уҙыштар үткәрелә, унда һәр кем ҡатнаша ала[4][5].

Ҡояшты уҙып китеп

Төп саралар «Ҡояшты уҙып китеү» лозунгыһы аҫтында үтә[6]. Проект 2018 йылда халыҡ-ара еңел атлетика федерациялары ассоциацияһы етәкселеге ярҙамында башлана. Сарала ҡатнашыусылар бер үк ваҡытта төрлө сәғәт бүлкәттәрендә йүгереүҙәр ойоштора, эстафетаны планетаның бер нөктәһенән икенсеһенә сәғәт бүлкәте теҙмәһендә тапшыра. Ярыштар Яңы Зеландияла башлана, һуңынан Австралия, Япония, Европа, Африка, Көньяҡ һәм Төньяҡ Америкаға күсә.

Ярыштар теҙмә буйынса сәғәт һайын үтә һәм «эстафета» теүәл бер тәүлек дауам итә. 2018 йылда старт Оклендта башлана, һуңынан эстафета Мельбурн, Токио, Пекин, Бангкок, Дели, Минск, Рамаллаһ, Аддис-Абеба, Йоханнесбург, Ницца, Берлин, Лондон, Рабат, Абиджан, Прая, Сан-Паулу, Буэнос-Айрес, Гавана, Торонто, Лима, Мехико һәм Лос-Анджелес ҡалалары аша үтеп Ванкуверҙа тамамлана.

Рәсәйҙә

Рәсәйҙә, Халыҡ-ара йүгереү көнөнән тыш, шулай уҡ «Милләт Кросы» спорт сараһы үтә. Был ярыштарҙа төрлө әҙерлек кимәле һәм һаулыҡ үҙенсәлектәре булған профессиональ спортсылар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнаша. Мәҫәлән, ҡайһы бер паралимпиясылар дистанцияны махсус коляскаларҙа үтә., был ярыштар ҡағиҙәләре менән рөхсәт ителә[7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Андрей Соколов. 5 июня отмечают День бега: История и особенности праздника. LIFE (7 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2024.
  2. Забег-марафон «Всемирный день бега». Russia Running. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2024.
  3. Join The Virtual Race (ингл.). Global Running Day. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2024.
  4. СТРАНА СЮЖЕТ: ПРАЗДНИКИ И ВЫХОДНЫЕ В РОССИИ В 2024 ГОДУ Международный день бега в 2023 году — история праздника. «МИЦ «Известия» (6 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2024.
  5. Всемирный день бега. ИС «Спортивный регион. Белгородская область». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2024.
  6. Владимир Криулин. В Парке Победы прошел забег «Обгоняя солнце». Комсомольская правда (6 июнь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2024.
  7. Олег Баскаков. Всемирный день бега в 2024 году: история и традиции праздника. Комсомольская правда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2024.

Һылтанмалар

Категориялар