Хафса бинт Ғүмәр
ғәр. حَفْصَة بِنْتْ عُمَرْ بْنْ اَلْخَطَّابْ اَلْعَدَوِيَّة اَلْقُرَشِيَّة | |
Хәләл ефете | Хунайс ибн Хузайфа[d] и Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) |
---|---|
Атаһы | Ғүмәр ибн Хәттаб |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Вафат булған урыны | |
Ерләнгән урыны | |
Тыуған көнө | 604 |
Бер туғандары | Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр, Асим ибн Умар[d] и Убайдуллах ибн Умар[d] |
Вафат булған көнө | ноябрь 665 |
Тыуған урыны | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Хафса р. ғ. (Хафса бинт Ғүмәр) (ғәр. حفصة بنت عمر بن الخطاب) — . Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең өсөнсө хәләл ефете, мосолмандарҙың Инәһе.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хафса бинт Үмәр Үмәр ибн әл-Хаттаб ҡыҙы булған. Ул Мөхәммәт Пәйғәмбәргә үәхи инә башлағанға тиклем 5 йыл элек донъяға килгән һәм атаһы менән бер ваҡытта Мәккәлә Ислам ҡабул иткән. Мосолмандарҙы иҙеү башланғас, ире Хунайс ибн Хузайфа менән башта Хәбәшстанға ( Эфиопияға), шунан Мәҙинәгә һижрәт ҡылған. Хунайс Бәдр һәм Үхүд һуғышында ҡатнашҡан. Үхүдтәге яуҙа ул ауыр яралана һәм һәләк була.Егермеһе лә тулмаған Хафса тол ҡала. [1].
Хафса тол ҡалғас, атаһы Үмәр уны Уҫман ибн 'Аффанға, шунан Әбү Бәкр әс-Сиддиҡҡа димләп ҡарай. Береһе лә ризалашмағас, Үмәр Мөхәммәт Пәйғәмбәргә мөрәжәғәт итә. Рәсүл иһә Хафсаға үҙе өйләнәсәген, ә хәҙрәте Уҫманға үҙенең ҡыҙы Өммөгөлсөмдө (Үмм Күлсүм) хәләл ефетлеккә биәрсәген әйтә. Был ваҡытҡа инде Мөхәммәт с.ғ.с. Ғәйшә һәм Сәүҙә Инәләребеҙгә өйләнгән була[1]. Һижрәнең өсөнсө йылында шәғбән айында Хафса Инәбеҙ өсөнсө ҡатын булып Пәйғәмбәребеҙ йортона инә.
Хафса бик тәҡүә ҡатын булған. Ул күп ваҡытын ғибәҙәттәргә бағышлаған, шул уҡ ваҡытта көслө рухлы, ныҡлы ихтыярлы булыуы менән айырылып торған. Хафса р.ғ. 60 -лап хәҙис ҡалдырған. Ул шулай уҡ Она также хранила тот самый первый экземпляр Ҡөрьәндең Әбү Бәкр хәлифә булған сағында тупланған тәүге нөсхәһен һаҡлаған. Уҫман р.ғ хәлифә булған саҡта уға тапшырған, шул дана күсереп күбәйтелеп ҡулланышҡа сығарылған.[2]. Хафса 60 йәшендә Мәҙинәлә вафат булған, Йәннәт әл-Баҡый зыяратында ерләнгән[1].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Али-заде, А. А. Хафса бинт Омар (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
- Ḥafṣa / Veccia Vaglieri L. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- Rubin U. Ḥafṣa // Encyclopaedia of the Qurʾān / General Editor: Jane Dammen McAuliffe. — Washington DC: Brill.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хафса бинт Умар, хранительница священных свитков . Islam на Неве. Дата обращения: 25 июнь 2013. Архивировано 30 июнь 2013 года. 2016 йылдың 9 август көнөндә архивланған.
Был — ислам шәхесе тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |