Хикмәт
Хикмәт төшөнсәһе
Хикмәт төшөнсәһе киң мәғәнәле. Уның ғибрәтле һүҙ, тапҡыр һүҙ, тапҡыр бер ҡыҫҡа хикәйәт, кинәйәле -хикмәтле һүҙ кеүек айыштары бар. Поэзияла ике һәм дүрт юллы хикмәттәр, прозала хикмәтле йөкмәткеле ҡыҫҡа хикәйәт, сәсмә хикмәт жанрҙары барлыҡҡа килгән. Тағы тапҡырыраҡ әйтелгәндәре әйтем, әйтемсәләр ише афористик хикмәтле һүҙ рәүешен алған.[3]
Хикмәт жанры оҫталары
Донъя әҙәбиәтендә Конфуцийҙың хикмәтле һүҙҙәре, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең хәҙистәре үҙ аллы жанр булып халыҡ телендә йөҙәрләгән версияла йәшәй. Бөтә донъяға киң билдәле Ғүмәр Хәйәм хикмәттәре — жанрҙың классик өлгөләре.
Боронғо төрки поэзияһынан Әхмәт Йәсәүи, Сөләймән Баҡырғани хикмәттәре башҡорт һәм татар халҡы араһында киң таралған. Милли поэзияла Мәүлә Ҡолой хикмәт жанрының бер оҫтаһы, Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич, Сәйфи Ҡудаш, Назар Нәжми, Ҡәҙим Аралбаев, Фәйзи Ғүмәров хикмәт жанрын яңынан тергеҙҙеләр.[3]
Хәҙистәрҙең хикмәте
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- «Ватандаш» 2008 й.№ 4 Ғайса Хөсәйенов «Хикмәттәр» 68-96-сы б.б.
- Хикмәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 апрель 2022)