Хужабай

Хужабай ҡасабаһы Силәбе өлкәһенең Нуғайбәк районында урынлашҡан. Париж ауыл биләмәһесоставына инә.

Географияһы

Түбәнге Туғыҙаҡ йылғаһы буйында урынлашҡан. Яҡындағы тораҡ пункттары: Париж һәм Татищево ауылдары. Район үҙәгенә тиклем алыҫлыҡ, ауыл Фершампенуаз ауылы 46 км.

Этимологияһы

Хужабай атамаһы антропологик сығышлы тип фаразлар кәрәк. Шуваловтың топонимик һүҙлегендә ауыл урынлашҡан йылғаға түбәндәге аңлатма бирелә: Туғыҙаҡ — Тубыл бассейнына ҡараған Уй йылғаһының уң ҡушылдығы; Уй бассейны, Уйылғаның уң ҡушылдығы; Урта Туғыҙаҡ, Үрге Туғыҙаҡ — Туғыҙаҡтың һул ҡушылдыҡтары. Шулай уҡ Түбәнге Туғыҙаҡ атамалы йылға ла бар.

Троицк, Чесмен һәм Варненский райондарында Туғыҙаҡ исеменә йөрөткән ике ҡасаба һәм утар бар.

Был йылғалар буйында күсеп мал көткән, башҡорттарҙа ла, ҡаҙаҡтарҙа ла билдәле Табын ҡәбиләһе составындағы туғыҙаҡ ырыу төркөмөнөң атамаһынан гидронимға күскән. Туғыҙаҡ — ғаиләлә туғыҙынсы (туғыҙ — «девять», -аҡ — исем аффиксы) булып тыуған ир балаға ҡушылған төрки халыҡтарҙа таралған ир-ат исеме.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2002[2]2010[1]
362240
Гендер составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡасабала йәшәүселәр һаны 240 кеше (123 ир-егет һәм 117 ҡатын-ҡыҙ) тәшкил иткән.

Урамдары

Ҡасабаның урамдар селтәре 3 урамдан тора[3].

Әҙәбиәт

Һылтанмалар