Фершампенуаз (Силәбе өлкәһе)

Фершампенуаз — Силәбе өлкәһендәге Нуғайбәк районы ауылы. Фершампенуаз ауыл биләмәһенең административ үҙәге

Географияһы

Ауыл Яйыҡтың һул ҡушылдығы Ғөмбәй йылғаһын буйында, дала зонаһында, Магнитогорск ҡалаһынан 60 км төньяҡ-көнсығыштараҡ, Силәбенән 210 км көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Тарихы

Нуғайбәктәр Ырымбур казак ғәскәре сафында Францияның Фер-Шампенуаз (fr:Fère-Champenoise коммунаһы исеме менән аталған) ҡалаһы янында яу тотҡан. 1814 йылдың 25 мартында казак ғәскәрҙәре бында еңеүгә өлгәшкән. Ырымбур губернаторы һәм хәрби тораҡ пункттар департаменты «Яңы төҙөлгән тораҡ пункттарға исем биреү тураһында» ҡарары менән рәсәй ғәскәре еңеүҙәре хөрмәтенә тарихта ҡалыр исемдәр бирелгән. Силәбе өлкәһе көньяғында урынлашҡан, рәсәй ғәскәре еңеүе иҫтәлегенә аталған башҡа ауылдар (Чесма, Берлин,Париж, Париж, Порт- Артур, Лейпциг, Варна, Бреды, Арси, Кассель) менән бер рәттән нуғайбәк ауылына Фершампенуаз атамаһы бирелгән.

Нуғайбәктәрҙең был тарафҡа килеп сығыуы 1730—1740 йылдарҙа Рәсәй империяһының колонизация сәйәсәте менән бәйле, ул ваҡытта Урал дала һыҙатында Ырымбур оборона линияһы төҙөлә һәм 1735—1741 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары баҫтырыла. «Нығытмалы колонизация» механизмы - яуланған сиктәрҙе нығытыу һәм казактар күсереп килтереү һәм нығытмаларҙа урынлаштырыу[4].

1736 йылда ойошторолған нығытмаға бынан 150-нән артыҡ йыл элек нуғайбәктәр Кама аръяғы оборона һыҙығынан хәҙерге Силәбе өлкәһе территорияһына күсерелгән.

Халҡы

Халҡы иҫәбе
2002[5]2010[6]
44354368
1000
2000
3000
4000
5000
2002
2010

Ауылдың күренекле кешеләре

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 ОКТМО (урыҫ)
  2. https://www.lemonde.fr/m-le-mag/article/2022/04/30/oubliee-par-moscou-fidele-a-poutine-fere-champenoise-le-fatalisme-a-la-russe_6124240_4500055.html
  3. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  4. В. Д. Пузанов: В. Н. Татищев и борьба за коммуникации Оренбургской экспедиции на Урале в 1735—1736 гг(недоступная ссылка)
  5. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  6. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.

Һылтанмалар