Хәбәшиҙәр
Хәбәшиҙәр (ғәр. الأحباش), шулай уҡ Ислам хәйриә проекттары ойошмаһы (ғәр. جمعية المشاريع الخيرية الإسلام) булараҡ билдәле, ХХ быуаттың 80-се йылдары уртаһында эфиоп дингә өндәүсеһе Абдуллаһ әл-Харари тарафынан нигеҙләнгән суфыйсылыҡ мәктәбе.
Тарихы
Ливан
Эфиопиянан күсеп килгән Абдуллаһ әл-Харари Ливанда төпләнә, унда ислам ғилемен уҡыта. Эргәһендә уның тәғлимәтен өйрәнеүселәрҙән эйәрсендәр туплана. 1983 йылда әл-Харариҙың эйәрсене Низар әл-Хәләби «Ислам хәйриә проекттары ойошмаһы» етәксеһе булып китә. Бер нисә йыл эсендә ошо эшмәкәрлек арҡаһында хәбәшиҙәр Ливанда, Иорданияла (башҡа ғәрәп илдәрендә лә әүҙем эшләйҙәр), Европа, Америка һәм Австралияның илдәрендә йоғонтоһон көсәйтә.
Украина
1976 йылда Ливанда тыуып үҫкән Әхмәд Тамим Украинаға килә, унда Киев Политехник институтының хисаплау техникаһы факультетында уҡый. 1992 йылда Украина мосолмандары диниә назаратын ойоштора һәм уға етәкселек итә. Шунан тороп хәбәшиҙәр идеологияһын элекке совет мөхитендә тарата башлай.
Дини инаныуҙары
Һылтанмалар
- Сайид аш-Шахрани. Фиркат аль-Ахбаш. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2014.
- Али Джума. Кто такие хабашиты? (недоступная ссылка — история). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2014.