Ирғәлин Хәмит Әбдрәхим улы
Ирғәлин Хәмит Әбдрәхим улы (рус. Иргалин Хамит Абдрахимович; 1950 йылдың 1 сентябре, Юлдаш, Башҡорт АССР-ы — 2025 йылдың 1 авгусы, Стәрлетамаҡ, Башҡортостан Республикаhы) — рәссам, яҙыусы, драматург, 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Биографияһы
Хәмит Әбдрәхим улы Ирғәлин 1950 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Федоровка районының Юлдаш ауылында тыуған.
Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған, марксизм-ленинизм киске университетында, Мәскәүҙәге Надежда Крупская исемендәге Халыҡтар сәнғәте университетының һынлы сәнғәт факультетында ситтән тороп белем алған. Һөнәре буйынса биҙәүсе-рәссам.
Әҙәби ижады
Үткән быуаттың 80-се йылдарында төртмә телле хикәйәсе булараҡ танылыу таба. Сатирик һәм юмористик хикәйәләрендәге һүрәтләүҙәр тормошта булған хәл-ваҡиғаларға, ысынбарлыҡтағы кеше-ара мөнәсәбәттәргә нигеҙләнгән. Бындай әҫәрҙәре сюжет боролоштарының ҡапылғара булыуы, уҡыусы күҙлегенән көтөлмәгәнсә тамамланыуҙары менән иғтибарҙы тарта. Күңелсәк новеллаларының теле тапҡырлығы, һүрәтләүҙәре урынлы булыуы һәм кәрәкле кешеһенә тоҫҡауҙа оҫталығы менән айырылып тора.
90-сы йылдарҙың аҙағында драматургия өлкәһендә уңышлы эшләй. «Юғалма, өмөтөм» драмаһы 1997 йылда Салауат башҡорт дәүләт драма театры, «Инә бүре ҡарғышы» — 1998 йылда Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры сәхнәләрендә ҡуйыла.
«Сыңғыҙ хандың юғалған сардары» (2000 йыл), «Юғалған мөхәббәткә реквием» (2004 йыл) пьесалары драматургтарҙың республика конкурсында призлы урындар ала.
Яҙыусы, драматург һәм рәссам 2025 йылдың 1 авгусында көтмәгәндә вафат булды. Стәрлетамаҡта ерләнде[1].
Китаптары
- Йылмайыу хаҡы: Хикәйәләр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.- 208 бит.
- Синдбадтың һигеҙенсе сәйәхәте: Хикәйәләр. Өфө:"Китап" нәшриәте,2002 йыл.- 180 бит.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Лейла Аралбаева. В Башкирии простились с писателем и художником Хамитом Иргалиным. ИА «Башинформ» (3 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. (рус.)
Сығанаҡтар
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)