Хәҙерге сәнғәт музейы (Нью-Йорк)

Хәҙерге сәнғәт музейы (ингл. Museum of Modern Art, ҡыҫҡартмаһы MoMA), Нью-Йорк Манхеттен — хәҙерге сәнғәт буйынса донъяла тәүге һәм иң бай музейҙарҙың береһе[24], ошондай башҡа йыйылмалар өсөн эталон тип иҫәпләнә.

Кешеләрҙең йөрөүе буйынса АҠШ-та өсөнсө, донъяла тәүге егерме художестволы музей иҫәбенә инә  — 2013 йылда 3 066 337 кеше булған. Нью-Йорктың күренекле урындарының береһе.

Тарихы

1928 йылда Манхеттендағы офис бинаһының алты залында урынлаша, Рокфеллерҙар ғаиләһенең ҙур булышлығы һәм ярҙамы тейә. Сәнғәт белгесе Альфред Барр музейҙың беренсе директоры була.

Йыйылмаларына XX быуаттың иң билдәле сәнғәт әҫәрҙәре — «Звездная ночь» (Винсент Ван Гог)), «Танец» (Анри Матисс), «Авиньонские девицы», «Спящие крестьяне» (Пабло Пикассо), «Постоянство памяти» (Сальвадор Дали), «Птица в пространстве» (Брынкуши) инә.

Әлеге бинаһының төҙөлөшө 1939 йылда башлана, 1950-се йылдарҙа «интернациональ стилдә» Филип Джонсон тарафынан яңыртып төҙөлә, 1980-се һәм 2000-се йылдарҙағы реконструкциялар ваҡытында музей майҙандары бер нисә тапҡырға ҙурайтыла.

1947 йылда МоМА етәкселеге Нью-Йорктың «Метрополитен» музейы менән контракт төҙөй, уға ярашлы, хәҙерге заман сәнғәте разрядынан классик сәнғәт әҫәре разрядына күскән әҫәрҙәр МоМА-нан «Метрополитен»ға тапшырылырға тейеш була.

Хәҙерге көндә

Музейҙа 150 000-дән ашыу әҫәр һәм 4 миллион самаһы кинофильм һаҡлана[25].

Коллекцияһы XIX быуат аҙағынан XXI быуат башына тиклемге донъя сәнғәте әҫәрҙәренән тора. Музейҙың бүлектәре: архитектура һәм дизайн (биналарҙың макеттары һәм рәсемдәре; Л. Мис ван дер Роэ архивы), һынлы сәнғәт һәм скульптура ( постимпрессионизмдан, ХХ быуаттың авангардистик йүнәлештәренән алып иң заманса сәнғәткә тиклем), һүрәт, баҫма графика һәм иллюстрацияланған китаптар, фотоһүрәттәр, кино, сәнғәт һәм перформанс сәнғәте [1] 2020 йылдың 8 август көнөндә архивланған..

Һәр бүлектең уҡыу үҙәге бар. Музейҙа әүҙем нәшриәт эшмәкәрлеге алып барыла, китапхана һәм архивтар бар. Подвал ҡаттарында урынлашҡан кинотеатрҙарҙа музей фондындағы фильмдар күрһәтелә [2] 2020 йылдың 8 август көнөндә архивланған..

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Holcomb A. M. Women as interpreters of the visual arts, 1820- 1979 (ингл.) // Womans Art Journal — 1980. — P. 74. — ISBN 978-0-313-22056-2 — ISSN 0270-7993; 2158-8457
  2. 1 2 3 4 https://www.moma.org/about/who-we-are/moma-history
  3. 1 2 3 4 © 2019 The Museum of Modern Art / Artists Rights Society (ARS), New York // Museum of Modern Art online collection (ингл.)
  4. 1 2 3 https://www.charitynavigator.org/ein/131624100
  5. http://ww2.aam-us.org/resources/assessment-programs/accreditation/accredited-museums
  6. Visitor Figures 2016 (ингл.) // The Art Newspaper — 2017. — Iss. 289. — ISSN 0960-6556
  7. Art's most popular (ингл.): Exhibition and museum visitor figures 2019 // The Art Newspaper — 2020. — Vol. XXIX, Iss. 322. — ISSN 0960-6556
  8. Art's most popular (ингл.): Exhibition and museum visitor figures 2021 // The Art Newspaper — 2022. — ISSN 0960-6556
  9. http://www.icam-web.org/memberlist.php?subnode_id=1&key=U
  10. List of members
  11. Elderfield J. de Kooning: A Retrospective (ингл.)MoMA, 2011. — P. 53. — 504 p. — ISBN 978-0-87070-798-8
  12. http://www.momaps1.org/about/
  13. 1 2 3 https://www.archdaily.com/430903/ad-classics-the-museum-of-modern-art
  14. https://www.charitynavigator.org/index.cfm?bay=search.summary&orgid=4139&oldpage
  15. 1 2 archINFORM (нем.) — 1994.
  16. GRID Release 2017-05-22 — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  17. Projects: General Idea
  18. Amerikaanse grafiek uitgegeven door Universal Limited Art Editions
  19. https://artfacts.net/institution/museum-of-modern-art-moma/2228
  20. https://pacscl.exlibrisgroup.com:48994/F/?func=find-b&request=000211450&find_code=SYS
  21. https://pacscl.exlibrisgroup.com:48994/F/?func=find-b&request=000211449&find_code=SYS
  22. http://web.archive.org/web/20161021074006/https://observer.com/2012/02/haunting-moma-the-forgotten-story-of-degenerate-dealer-alfred-flechtheim/
  23. https://www.nytimes.com/2013/07/01/arts/design/museums-faulted-on-efforts-to-return-art-looted-by-nazis.html
  24. Kleiner, Fred S.; Christin J. Mamiya. The Development of Modernist Art : The Early 20th Century // Gardner's Art Through The Ages : The Western Perspective. — Thomson Wadsworth (инг.)баш., 2005. — С. 796. — ISBN 0495004782.
  25. William E. Jones, introduction to Cruising the Movies, South Pasadena, California, Semiotext(e), 2015, ISBN 9781584351719, p. 31.

Һылтанмалар