Черенков Павел Алексеевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d] (1940)
Гражданлығы
Һөнәр төрө учёный-ядерщик, уйлап табыусы, физик
Ғилми етәксе Сергей Иванович Вавилов[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы и АҠШ фәндәр милли академияһы[d]
Рәсем
Тыуған көнө 28 июль 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1][2][…] или 15 (28) июль 1904
Вафат булған көнө 6 ғинуар 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[3][1][…] (85 йәш)
Тыуған урыны
Кемдә уҡыған Сергей Иванович Вавилов[d]
Хәләл ефете Мария Алексеевна Путинцева[d]
Эшмәкәрлек төрө ядро физикаһы, оптика[d] и физика высоких энергий[d]
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Вафат булған урыны
Ерләнгән урыны
Эш урыны
Число Эрдёша 8
Сәйәси фирҡә ағзаһы
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Павел Алексеевич Черенков (15 (28) июль 1904 йыл — 6 ғинуар 1990, Мәскәү, СССР) — совет физигы. СССР Фәндәр академияһы академигы (1970). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984). Ике тапҡыр Сталин премияһы лауреаты (1946, 1952) һәм СССР Дәүләт премияһы (1977). Физика буйынса Нобель премияһы лауреаты(1958). 1946 йыл<дан ВКП(б) ағзаһы.

П. А. Черенков 1904 йылдың 15 (28) июлендә Воронеж губернаһы Яңы Чигла ауылында (хәҙер Воронеж өлкәһе Таловский районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ[4].

1928 йылда Черенков Воронеж дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай һәм Козлов (хәҙерге Мичуринск) ҡалаһына мәктәпкә уҡырға ебәрелә. Ике йылдан һуң шул уҡ ҡалаға Воронеждың тыуған яҡты өйрәнеүсеһе, ВГУ профессоры, И. С. Никитиндың йорт-музейын булдырыусы Путинцев Алексей Михайловичтың ҡыҙы Путинцева Мария Алексеевна ВГУ-ның рус теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлап ҡайта. 1930 йылда Черенков Марияға өйләнә. 1932 йылда — улдары Алексей, ә 1936 йылда — ҡыҙҙары Елена тыуа. 1930 йылдың ноябрендә крайҙы өйрәнеүселәр эше буйынса Путинцев Алексей Михайловичты ҡулға алалар. Шул уҡ йыл аҙағында Яңы Чиглаға Павел Алексеевичтың атаһы — Алексей Егорович Черенков та кулак тип иғлан ителә. 1931 йылда Алексей Егоровичты хөкөм итеп, һөргөнгә ебәрәләр. Уны эсерҙар партияһында тороуҙа һәм 1930 йылда «кулак» сходында ҡатнашыуҙа ғәйепләйҙәр. 1937 йылда ғалимдың атаһын ҡабаттан ҡулға алалар һәм 1938 йылда контрреволюцион агитация өсөн атырға хөкөм итәләр.

1930 йылда Черенков Ленинградта СССР Фәндәр академияһының Физика-математика институты аспирантураһына инә. 1935 йылда — кандидатлыҡ, ә 1940 йылда — докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1932 йылда С. И. Вавилов етәкселегендә эшләй.

  1. 1 2 Pawel Alexejewitsch Tscherenkow // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
  2. Pavel Aleksejevič Čerenkov // Gran Enciclopèdia Catalana (кат.)Grup Enciclopèdia, 1968.
  3. Pavel Alekseyevich Cherenkov // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. Черенков, Павел Алексеевич Сайт «Герои Страны»
  • Лауреаты Нобелевской премии: Энциклопедия: Пер. с англ. — М.: Прогресс, 1992
  • Черенков Павел Алексеевич // Чаган — Экс-ле-Бен. — М. : Советская энциклопедия, 1978. — С. 70. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 29).