Черкасова Лилиә Һибәтулла ҡыҙы
Черкасова Лилиә Һибәтулла ҡыҙы (рус. Черкасова Лилия Хибатулловна, 1961 йылдың 1 ноябре, Өфө) — Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре[1].
Биографияһы
Лилиә Һибәтулла ҡыҙы Черкасова Иҫке Собханғол мәктәбен тамамлағас, шул уҡ мәктәптә лаборант, өлкән вожатый (1978—1980) булып эшләй. 1980—1985 йылдарҙа ул Башҡорт дәүләт университетына биология факультетында уҡый.
- Хеҙмәт юлы
- Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендә химия һәм биология уҡытыусыһы
- Стәрлетамаҡ районының Авангард урта мәктәбе 1985 йылдан
- Стәрлетамаҡ районының Константиноградовка урта мәктәбе (1990 йылдан)
- Бөрйән районы мәғариф бүлеге методисы (1987)
- Бөрйән районы мәғариф бүлеге методик бүлеге мөдире (2001 йылдан)
- Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең химия уҡытыусыһы, мәктәп директорының ғилми-методик эш буйынса урынбаҫары (2005 йылдан)
Лилиә Һибәтулла ҡыҙы Черкасова (Ихсанова) — уҡытыусылар династияһынан, уларҙың династияһында кәм тигәндә дүрт быуын иҫәпләнә, дөйөм педагогик стажы 502 йыл (2024 йылға ҡарата)[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2024)
- Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы (2010)
- Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2012)
- Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (2002)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Сығанаҡтар
- Черкасова Лилия Хибатулловна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 556. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- Республика Башкортостан гәзите, 22 ғинуар 2024, Так рождаются династии