Чертково (Ростов өлкәһе)
Чертково — ҡасаба. Рәсәй Федерацияһы Ростов өлкәһендәге Чертков районы Чертков ауыл биләмәһенең административ үҙәге[3]. Рәсәй Федерацияһы менән Украина сигендә (Луганск өлкәһе Меловский районы Меловое ҡасабаһы) урынлашҡан.
Географияһы
Рәсәй Федерацияһы Ростов өлкәһе Чертков районының көнбайышында Украина менән сиктәш урынлашҡан ҡасаба.
Ҡасаба аша Төньяҡ-Кавказ тимер юлы (Чертково станцияһы) тимер юл магистрале үтә[4], ул ҡасабаны ике өлөшкә — Рәсәй (Чертково ҡасабаһына) һәм Украинаға (Луганск өлкәһе Меловский районы Меловое ҡасабаһына) бүлә.
1991 йылдан алып Рәсәй һәм Украина дәүләт сиге Халыҡтар дуҫлығы урамы буйлап үтә , ул үҙенә күрә бер айырыу һыҙаты булып тора, уның йоп яғы — Рәсәй йорттарына, таҡяғы — Украина йорттарына ҡарай. Шуға ярашлы төрлө ҡасабала төрлө сәғәт бүлкәте һәм ваҡыт айырмаһы күҙәтелә.[5][6].
Ҡасаба биш километрлы сик зонаһында урынлашҡан, шуға күрә уға ингән ерҙә «Чертково» таможня посы тора.
Тарих
Чертковоға ҡасан нигеҙ һалынғанлығының аныҡ датаһы билдәһеҙ. Ҡасаба тарихы Воронеж-Ростов тимер юл (һуңынан Көньяҡ-Көнсығыш тимер юлы участкаһы) һалыу тарихы менән бәйле. Дон ғәскәре өлкәһе менән Харьков губерналары сигендә Чертково тимер юл станцияһы эшләй башлай . Станцияға 1869 йылдың 8 июлендә нигеҙ һалына һәм[7][8] Ғәскәр атаманы Михаил Иванович Чертков хөрмәтенә станцияны уның фамилияһы менән атайҙар, сөнки уның үтенесе буйынса был тимер юл һалына башлаған[9].
Дон ғәскәре өлкәһе тораҡ пункттар исемлегендә 1873 йылда Воронеж-Ростов тимер юлы Чертков станцияһы беренсе тапҡыр телгә алына. 1876 йылда Чертково станцияһыкартала билдәләнә.
1905 йылда, Рәсәйҙәге беренсе рус революцияһы ваҡытында, бында тимер юл участкаһы хеҙмәткәрҙәре һәм эшселәренең революцион көрәше менән етәкселек итеүсе комитет ойошторолған.
1929 йылдан алып эшселәр ҡасабаһы статусына эйә. Чертково ауыл тораҡ пункты 1993 йылда ҡала тибындағы ҡасаба тип үҙгәртелә.
Климат
Чертковола уртаса континенталь климат. Ҡыш уртаса һалҡын, йәй эҫе һәм оҙайлы.
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Уртаса температура, °C | −5,4 | −5,6 | −0,1 | 9,1 | 15,6 | 19,8 | 22,0 | 20,9 | 14,7 | 7,9 | 0,7 | −4,3 | 7,9 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 48 | 41 | 36 | 33 | 40 | 61 | 63 | 34 | 47 | 44 | 48 | 51 | 546 |
| Сығанаҡ: ФГБУ "ВНИИГМИ-МЦД". | |||||||||||||
Халыҡ
Билдәле шәхестәр
Киң мәғлүмәт саралары
Иҫтәлекле урын
Иҫкәрмәләр
- ↑ Администрация Чертковского района Ростовской области. Глава Чертковского сельского поселения — Нестеренко Анатолий Александрович (срок полномочий: 14.10.2012 — 14.10.2016). // chertkov.donland.ru
- ↑ Администрация Чертковского района Ростовской области. Население района. Численность населения по сельским населённым пунктам Чертковского района Ростовской области на 1 января 2012 года. // chertkov.donland.ru
- ↑ Администрация Чертковского района Ростовской области. Территориальное устройство района. 2014 йылдың 29 ноябрь көнөндә архивланған. // chertkov.donland.ru
- ↑ Транспорт Москвы. Справочник пассажира железной дороги. Северо-Кавказская железная дорога. Карта-схема. // gorod-moskva.ru
- ↑ Текст: Лариса Ионова (Ростовская область). У края России. Граница между Россией и Украиной разрезала посёлок напополам. Но не разделила, а соединила его жителей. «Российская газета» // rg.ru (5 марта 2014 года)
- ↑ Анастасия Гнединская. Граница без замка: как Россия и Украина делят одну улицу. Часть улицы в приграничном селе относится к Ростовской области, часть — к Луганской. Газета «Московский комсомолец» // mk.ru (9 июня 2014 года)
- ↑ Памятные даты Ростовской области на июль 2014 года. 8 июля 2014 года — 145 лет посёлку Чертково (1869) Чертковского района. Альманах «Донской временник» // donvrem.dspl.ru
- ↑ Лемешко Г. И. «Чертково: история и судьбы» (историко-краеведческий очерк). Ростов-на-Дону, 2008 год, 215 с.
- ↑ Администрация Чертковского района Ростовской области. О районе. История образования посёлка Чертково. 2014 йылдың 29 ноябрь көнөндә архивланған. // chertkov.donland.ru
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам по результатам переписи 2010 года. 2013 йылдың 2 июль көнөндә архивланған. Федеральная служба государственной статистики (Росстат) // gks.ru
- ↑ Батурин (настоящая фамилия Замятин) Николай Николаевич. Краткая биография. БСЭ // dic.academic.ru
Һылтанмалар
- Официальный сайт Администрации Чертковского района Ростовской области. Административный центр — посёлок Чертково. 2012 йылдың 16 октябрь көнөндә архивланған. // chertkov.donland.ru
- Чертково (посёлок сельского типа). Справочник почтовых индексов, кодов ОКАТО, налоговых инспекций ФНС, адресов. // gosspravka.ru