Шагаа
Шагаа (Шаг Аазы) — Тыва Республикаһының ай-ҡояш календары буйынса Яңы йылы, яңы тормош башланыуын билдәләгән ҙур байрам; тыуым, яңыртыу һәм таҙартыу символы. Шагаа халыҡ байрамы 1999 йылдың 12 февралендәге «Тыва Республикаһының байрам көндәре тураһында» 143-сө Законы менән раҫланған."[1].
Тываның Яңы йыл Ҡыш бабайы — Соок-Ирей. Тываларҙың «Донъяның яралыуы тураһында легенда»һынан алынған. Боҙ ҡарты ҡар һәм боҙ кеүек күк һәм аҡ төҫтәге, шулай уҡ һары төҫтәге йәнлек тиреһенән һәм туҡыманан кейенә. Соок-Ирей ярҙамсыһы һәм юлдашы булып Тугэни Энекэн (Ҡыш-Әсә) йөрөй.[2]
Йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәр
Шағаа байрамының хөрәфәти асылы уның «шагның чаазы» тип аңлатыла. Был яңы этаптың башланыуын, яңы циклды, яңыртыуҙы аңлата. Боронғо һәм дини йола байрамы булараҡ, Шағааның үҙенсәлекле байрам йолалары бар.[3][4]
«Чолукшуур» — сәләмләшеү йолаһы
Тыва халҡының Шагаа «чолукшуур» традицион сәләмләү йолаһын башҡарыуы ҡабул ителгән.[5] «Чолукшуур»ҙы йылына бер тапҡыр ғына башҡаралар. «Чолукшур» ҡара-ҡаршы сәләмләү әйтеше:
«Амыр менди!» — Тыныслыҡ һеҙгә!
Уға яуап ҡайтарыу: «Сол менди!» — Һәм Һеҙгә лә Тыныслыҡ !
Был сәләмләү һүҙҙәре айырым бер ғәмәлдәр менән оҙатылып бара. Кесеһе өлкәненә ике ҡул устарын өҫкә ҡаратып һуҙа, ә өлкәне, үҙ сиратында, уныҡына ҡул устарын өҫтән аҫҡа ҡаратып һала. Был сәләмләүҙә тәрән ихтирам, хөрмәт күрһәтелә, кәрәк булған осраҡта ярҙам итергә ант белдерелә.
«Саң салыры» йолаһы
Саң салыр йолаһы йылдың уңайлы тамамланыуын хуплау маҡсаты менән башҡарыла, ризыҡтың тәмле өлөштәрен рухтарға рәхмәт билдәһе итеп ашарға бүләк итәләр. Бының өсөн таҙа һәм ҡалҡыу урында йола усағы төҙөлә. Усаҡ яғыу өсөн утынды ентекләп һайлайҙар. Улар тигеҙ, ыҡсым, кипкән һәм ботаҡһыҙ булырға тейеш. Усаҡ өҫтөнә тәүҙә артыш ботағы, уның өҫтөнә аҡ аҙыҡ һалалар, һуңынан изге теләктәр теләп, рәхмәттәр уҡып, киләһе йылда уңыш һәм именлек һорайҙар.[6]
Байрамды ҡаршылау
Шагаа байрамын ҡаршы алырға элек-электән әҙерләнеү ҡабул ителгән. Көҙҙән үк ғаиләләр байрам ризыҡтары һәм ҡунаҡтарға һый-ниғмәттәр әҙерләү өсөн аҙыҡ-түлек запасы туплаған. Шагаа ваҡытындағы ҡунаҡсыллыҡ үҙенә генә хас һыҙаттар ала. Тыва халҡының торлағы һәм уның эргә-тирә биләмәһе байрам алдынан ентекләп йыйыштырыла. Шагаа таңында йоҡлап ҡалмаҫҡа кәңәш ителә. Риүәйәттәр буйынса, Будда арбала күк йөҙөн йөрөп сыға һәм Яңы йылды ҡаршылағандарҙың барыһына ла фатиха бирә.[7] Шагааның традицион байрам өҫтәле тәмле милли аш-һыуҙың муллығы менән айырылып тора. Байрам өҫтәле өсөн башлыса һөт аҙығы (һөтлө сәй, һары май, быштак — сөсө һәм пресланған сыр), һарыҡ ите, боова — сөсө йәймә, һары майҙа ҡыҙҙырылған ҡамыр ризыҡтары әҙерләнә.[8]
Иҫкәрмәләр
- ↑ О праздничных днях Республики Тыва. docs.cntd.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июнь 2022. Архивировано 4 май 2022 года.
- ↑ Соок-Ирей, Публичная библиотека городского округа (7 ғинуар 2024).
- ↑ Курбатский Г.Н. Тувинские праздники. Шагаа. — Кызыл: Тувинское книжное издательство, 1973. — С. 3—20. — 80 с.
- ↑ О национальном празднике Шагаа. Официальный сайт Республики Тыва (8 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2017. Архивировано 26 июнь 2020 года.
- ↑ Кенин-Лопсан М.Б. Традиционная культура тувинцев. Шагаа. — Кызыл: Тувинское книжное издательство, 2006. — С. 140—144. — 232 с.
- ↑ Кужугет А.К. Круг знания. Научно-информационный журнал. Вып. I. Шагаа. — 1998.
- ↑ Шагаа - тывинский Новый год (7 ғинуар 2024).
- ↑ Шагаа: истоки и традиции. Материалы Круглого стола, посвященного празднику Шагаа. Блюда Шагаа. — Кызыл: ТИГПИ, 2015.