Шапошникова Наталья Витальевна
Спорт төрө | спорт гимнастикаһы |
---|---|
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | спортивная гимнастка |
Ҡатнашыусы | 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындары, Спортивная гимнастика на летних Олимпийских играх 1980 — бревно[d], Спортивная гимнастика на летних Олимпийских играх 1980 — вольные упражнения[d] и Спортивная гимнастика на летних Олимпийских играх 1980 — опорный прыжок[d] |
Гражданлығы | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Тыуған көнө | 24 июнь 1961 (63 йәш) |
Бейеклеге/буйы | 158 сантиметр |
Ауырлығы | 46 килограмм[1] |
Тыуған урыны |
Шапошникова Наталья Витальевна (24 июнь 1961 йыл, Дондағы Ростов, РСФСР, СССР) — совет спортсыһы. Спорт гимнастикаһы буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1980).
«Динамо» өсөн сығыш яһаны (Дондағы Ростов).
Командалы беренселектә һәм терәк һикереүҙә 1980 йылғы Олимпия уйындарының 2 тапҡыр чемпионы, 1980 йылғы Олимпия уйындарында бүрәнәлә күнегеүҙәрҙә һәм ирекле күнегеүҙәрҙә 2 тапҡыр бронза яулай.
1978 команда ярыштарында донъя чемпионы. 1979 команда беренселегендә донъя чемпионатының көмөш призеры. 1978 йылда күпбәйгелә донъя чемпионатының бронза призеры була.
Әлеге ваҡытта Америка Ҡушма штаттарында йәшәй, шунда ире һәм ҡыҙы менән бергәНью- Джерси штатының Вест Патерсон ҡалаһында «Gymnastika» мәктәбендә эшләй[2].
Спорт ҡаҙаныштары[3]
Йыл | Турнир | Программа төрҙәре | Урын | Мәрәй | Урын (квалиф.) | Мәрәй (квалиф.) |
---|---|---|---|---|---|---|
1980 | Олимпия уйындары | Бүрәнә | 3 | 19725 | ||
1980 | Олимпия уйындары | Ирекле күнегеүҙәр | 3 | 19825 | ||
1980 | Олимпия уйындары | Терәк һикереү | 1 | 19725 | ||
1978 | Донъя чемпионаты | Күпбәйге | 3 | 77875 | ||
1978 | Донъя кубогы | Күпбәйге | 3 | 38400 | ||
1978 | Донъя кубогы | Бүрәнә | 2 | 19400 | ||
1978 | Донъя кубогы | Ирекле күнегеүҙәр | 2 | 19600 | ||
1978 | Донъя кубогы | Терәк һикереү | 1 | 19550 | ||
1977 | Донъя кубогы | Күпбәйге | 3 | 38200 | ||
1977 | Донъя кубогы | Терәк һикереү | 1 | 19425 |
- 1979 йылда бүрәнәлә күнегеүҙәрҙә Европа чемпионы.
- 1979 йылда ирекле күнегеүҙәр буйынса Европа чемпионатының көмөш призеры.
- 1979 йылда күпбәйгелә һәм терәк һикереүҙә Европа чемпионатының бронза призеры.
- 1979 йылда СССР абсолют чемпионы, 1977 йылда терәк һикереү буйынса СССР чемпионы, 1979 йылда бүрәнәлә күнегеүҙәр буйынса СССР чемпионы.
- 1977, 1979 йылдарҙа күпбәйгелә СССР Кубогы эйәһе[4].
- Олимпия уйындары — 1980. Команда беренселегендә — алтын.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Olympedia (ингл.) — 2006.
- ↑ Staff of «Gymnastika» 2016 йылдың 21 август көнөндә архивланған.
- ↑ Сайт Международной федерации гимнастики 2007 йылдың 30 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Шапошникова Наталья Витальевна // Большая олимпийская энциклопедия: В 2 т. / Автор-составитель В. Л. Штейнбах. — М.: Олимпия Пресс, 2006.
Һылтанмалар
- Наталья Шапошникова на сайте 2007 йылдың 30 сентябрь көнөндә архивланған. Международной федерации гимнастики (инг.)(инг.)