Шуматова Елизавета Николаевна
Елизавета Николаевна Шуматова (ингл. Yelizaveta Nikolayevna Shumatova тыумыштан Авинова ингл. Avinoff; 1888 йылдың 6 октябре, Харьков[5] — 1980 йылдың 30 ноябре[4], Глен-Ков[d], Нью-Йорк)[6] — урыҫ сығышлы америка рәссамы, уның иң билдәле әҫәре Франклин Д. Рузвельттың тамамланмаған портреты. Сәйәсмәндәр Линдон Б.Джонсон һәм леди Бёрд Джонсондың портреттарын яҙа[7].
Биографияһы
Шуматова Елизавета Николаевна 3 (6) октябрь 1888 йылда Харьковта, аристократ ғаиләһендә кинйә бала булып тыуа[8]. Атаһы — Авинов Николай Александрович (1844—1911), Император рус армияһының генерал-лейтенанты[9].
Өлкән ағаһы Николай өлкән ағаһы (1881—1937), финанс хоҡуғы уҡытыусыһы, 1937йылда репрессиялана һәм атып үлтерелә. Марья Юрьевна Новосильцеваға өйләнгән була (1882—1975). Икенсе өлкән ағаһы Авинов Андрей Николаевич (1884—1949), күренекле рәссам һәм энтомолог. 1917 йылда Шуматова ире Лео Шуматов менән бергә АҠШ-ҡа күсенә, Октябрь революцияһынан һуң тыуған иленә ҡайтмаҫҡа ҡарар итә. Ире менән Лонг-Айлендта йәшәй[10]. 1928 йылда ире Шуматов Лео пляжда һыуға батып үлә.
Ижады
Шуматованың һынлы сәнғәткә ғәҙәти булмаған һәләттәре портрет сәнғәтенә алып килә, уның картиналарын Американың, Бөйөк Британияның Һәм Европаның бай ғаиләләре һатып ала башлай. Уға төрлө күренекле ғаилә вәкилдәре, шул иҫәптән Бөйөк герцог Люксембургский ғаиләһе лә заказ бирә[7]. Ул Джорджия штатындағы Уорм-Спрингста АҠШ-тың Президенты Франклин Рузвельттың портретын яҙа, был көндә, 1945 йылдың 12 апрелендә, уның мейеһенә ҡан һауа[11]. Эш ваҡытында ул уға: «Минең ҡот осҡос башым ауырта» «ингл. I have a terrific headache»[12] тей.
Мираҫы
Һуңғы йылдарҙа Нью-Йоркта, Локаст-Веллиҙа йәшәй, 1980 йылдың 30 ноябрендә Глен-Ковта 92 йәшендә вафат була[6]. Уның поместьеһында тамамланып бөтмәгән Франклин Рузвельттың портретына эскиздар табыла, улар Франклин Д.Рузвельт мираҫының Америка үҙәгенә тапшырыла[13]. Шуматованың һуңғы осорға ҡараған ҡайһы бер эштәре хәҙер Америка сәнғәтенең архивында һаҡлана[14]
Иҫкәрмәләр
- ↑ RKDartists (нидерл.)
- ↑ Record #96053135, Record #70551095 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
- ↑ https://collections.frick.org/people/284/elizabeth-shoumatoff/objects
- ↑ 1 2 Section D; Column 1; Cultural Desk; Obituary // The New York Times (ингл.) / J. Kahn — Manhattan, New York City: The New York Times Company, A. G. Sulzberger, 1851. — Iss. December 1, 1980, Monday, Late City Final Editio. — P. 13. — ed. size: 1122400; ed. size: 1132000; ed. size: 1103600; ed. size: 648900; ed. size: 443000 — ISSN 0362-4331; 1553-8095; 1542-667X
- ↑ 1 2 http://www.fdrlibrary.marist.edu/archives/collections/franklin/index.php?p=collections/findingaid&id=311
- ↑ 1 2 Saxon, Wolfgang. Elizabeth Shoumatoff, 92, Dead; Painted Portraits of 2 Presidents, The New York Times (1 декабрь 1980). 30 апрель 2021 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Shoumatoff, Elizabeth. FDR's Unfinished Portrait: A Memoir. — First Edition. — University of Pittsburgh Press[en], 1991. — С. 137. — ISBN 978-0-8229-3659-6.
- ↑ Elizabeth Shoumatoff Papers, 1945-1994 | Franklin D. Roosevelt Presidential Library Museum(англ.).www.fdrlibrary.marist.edu.Дата обращения: 30 апреля 2021.
- ↑ The American Philatelist. — American Philatelic Association. — 1110 с.
- ↑ Robert H. Ferrell. The dying president: Franklin D. Roosevelt, 1944-1945. — Columbia: University of Missouri Press, 1998. — С. 185. — ISBN 978-0-8262-1171-2.
- ↑ Elizabeth Shoumatoff (англ.). In Roosevelt History. Дата обращения: 30 апреля 2021.
- ↑ FDR's Final Days (ингл.). History Channel Club (8 июль 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 май 2021. Архивировано 17 май 2013 года. 2013 йылдың 17 май көнөндә архивланған.
- ↑ Elizabeth Shoumatoff (ингл.). American Heritage Center Museum (14 май 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 май 2021. Архивировано 7 август 2008 года. 2008 йылдың 7 август көнөндә архивланған.
- ↑ Elizabeth Shoumatoff papers, 1945-1991(англ.).www.aaa.si.edu.Дата обращения: 30 апреля 2021.