Шәмиғолов Ғилажетдин Ғәйнетдин улы
Шәмиғолов Ғилажетдин Ғәйнетдин улы (1 октябрь 1909 йыл — 7 октябрь 1973 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы
Ғилажетдин Ғәйнетдин улы Шәмиғолов 1909 йылдың 1 октябрендә хәҙерге Бөрйән районы Иҫке Мөсәт ауылында тыуған. Совет мәктәбендә 2 класс белем ала. 1932 йылдан алып һуғышҡа тиклем «Яңы юл» колхозы рәйесе булып эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышына Ғилажетдин Ғәйнетдин улы үҙ теләге менән китә. 1941 йылдың 4 октябрендә бер төркөм райондаштары менән Силәбе ҡалаһындағы 26-сы саңғысылар полкы ҡарамағына оҙатыла[1][2].
Ғилажетдин Ғәйнетдин улы Шәмиғолов һуғышта 2 тапҡыр яралана. Икенсе тапҡыр яраланып, госпиталдә дауаланып сыҡҡас, 1944 йылдың октябрь айында демобилизациялана һәм 1954 йылға тиклем «Яңы юл» колхозында рәйес була. Һуңынан ферма мөдире булып эшләй.
1973 йылдың 7 октябрендә вафат була һәм тыуған ауылында ерләнә[3].