Шәмсетдинов Яҡуп Мөхәммәт улы
Шәмсетдинов Яҡуп Мөхәммәт улы (14 март, 1924 йыл, БАССР, Малаяҙ (хәҙерге Салауат) районы Ҡарағол ауылы — ?, Өфө ҡалаһы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, телеграфист, өлкән инженер-лейтенант; нефтсе [1]
Тормош юлы
Шәмсетдинов Яҡуп Мөхәммәт улы 1924 йылдың 14 мартында Башҡорт АССР-ының Малаяҙ (хәҙерге Салауат) районы Ҡарағол ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тирмән ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы Ялан-Ҡатай педагогия училищеһында уҡыған.
Хәрби юлы
1942 йылдың 1 сентябрендә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына алына, шул уҡ йылдың 21 сентябрендә хеҙмәте башлана. Унда авиация өсөн химик-инструктор әҙерләү курсанты булып китә. Һуңынан егетте Тымыҡ океан флотының Хәрби-Һауа Көстәренә химик-инструктор итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай уҡ телеграфист булып эшләй. Еңеү хаҡындағы тәүге хәбәрҙе лә карапта ул, Яҡуп Шәмсетдинов, ала.
Немец баҫҡынсылары менән алышҡандан һуң, Яҡуп Мөхәммәт улы квантун Японияһына ҡаршы һуғыша. Японияға ҡаршы һуғыш тамамланғандан һуң, 1946 йылдың 9 июлендә ауылына ҡайта һәм бер йыл колхозда эшләй[2].
1947—1952 йылдарҙа Өфө нефть институтында уҡый. Уҡыу тамамланғандан һуң, «Башвостокнефтеразведка» тресына эшкә тәғәйенләнә. Бында ябай инженерҙан алып разведка начальнигы вазифаһына саҡлы хеҙмәт юлы үтә.
Тәжрибәле нефтсе артабан Балаҡатай, Балтас, Дыуан нефть разведкалары етәксеһе булып эшләй.
1963 йылда Көнсығыш Себер ятҡылыҡтары асыла башлағас, Яҡуп Шәмсетдиновты Сургут ҡалаһына саҡыралар. Ул «Төмәннефтегаз» нефть разведкаһында өлкән инженер, «Обь-нефтегаз-геология»ла бүлек мөдире булып эшләй[3].
Себер нефтен үҙләштергәндән һуң, Яҡуп Мөхәммәт улы тыуған яҡтарына ҡайта һәм «Баштрансгаз» берекмәһендә 12 йыл хеҙмәт итә[4].
Наградалары
Сығанаҡтар
- Филиал ЦАМО архива ВМФ. Хранилище 4, Шкаф 201, Ящик 17
Ваҡытлы матбуғатта мәҡәләләре
- Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым — Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һан, 172—178 бб.
- Шәмсетдинов Я. М. Ҡурҡыу белмәҫ осоусы (Раян Ҡасимов тураһында) — Башҡортостан, 2006, 22 июнь, 124-се һан, 3-сө бит
Әҙәбиәт
- Земля салаватская, земля батыра. Уфа, Гилем, 2010, стр. 328—329
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Память народа. Шамсутдинов Якуп Мухаметович. Фотография, данные
- ↑ Память народа. Шамсутдинов Якуп Михаметович
- ↑ Земля салаватская, земля батыра. Уфа, Гилем, 2010, стр. 328—329
- ↑ Сведения о Якупе Шамсутдинове из учётно-послужной картотеки
- ↑ Орден Отечественной войны II степени