Шәреташ (ҡая, Белорет районы)
Шәреташ (рус. Розовые скалы) — Башҡортостандың Белорет районында, Инйәр йылғаһының уң яҡ ярында, Берештамаҡ менән Асы ауылдары араһында урынлашҡан ҡая[1]. Инйәр йылғаһы буйындағы тәбиғәттең иң матур урынданың береһе.
Геология һәм тәбиғәт экосистемаһы
Бик боронғо осорҙа осорҙа (яҡынса 2 миллиард йыл элек) был урында боронғо диңгеҙ төбөндә Рифей тауҙары (рус.)баш. барлыҡҡа килгән. Һәм тап ошо урындарҙы, йәғни хәҙерге Башҡортостандың Белорет районы урынында, ҡайһы бер ғалимдар әйтеүенсә, строматолит (рус.)баш. һыу ылымыҡтары тереклек иткән. Улар марганец менән бәйле бөтә нәмәне үҙләштергән һәм хәҙерге тау ҡатламдарына үҙенсәлекле алһыу төҫ биргән. Шулай итеп, ҡаяға һирәк осрай торған алһыу төҫтө марганец тоҙо (рус.)баш. ҡатламдары бирә тип иҫәпләнә. Әлегә тиклем таштарҙа ҡатып ҡалған һыу ылымыҡтарының эҙҙәрен табырға мөмкин[2].
Ҡая матур ылыҫлы ағастар менән ҡапланған, улар ҡаяларҙың алһыу төҫө менән ғәжәп гармониялы комбинация тыуҙары. Алһыу ташлы ҡая битләүендә үҫкән кәкре ҡарағайҙар һәм шыршылар фотосессиялар өсөн иң яҡшы урындарҙың береһе.
Инйәр йылғаһы кимәленән Ҡыҙылташ ҡаяһы бейеклеге 50-80 метр, оҙонлоғо 1 км самаһы[3].
Шәреташ ҡаяһы янында күп һанлы Асы минераль сығанаҡтары урынлашҡан. Тап ошо минераль һыу сығанаҡтары нигеҙендә Башҡортостанда иң билдәле шифаханаларҙың береһе — Асы шифаханаһы төҙөлгән[4].
Туристар өсөн маршрут
Шәреташ ҡаяһына туристар «Өфө – Инйәр» электричкаһында барып етә ала. «95-се километр — Берештамаҡ ауылы» туҡталышына тиклем барырға. Юл өс сәғәт самаһы дауам итәсәк. Был урынға автомобилдә барыу өсөн Өфөнән Белорет трассаһында барырға һәм, Инйәр ҡасабаһына барып етмәйенсә, Асы ауылына боролорға кәрәк. Бында машинаны ҡалдырып, тимер юл буйлап ҡаяға тиклем 2-3 км йәйәү үтергә кәрәк.
Әлбиттә, Инйәр йылғаһы буйлап һыл менән ағып төшөү мөмкинлеге лә бар[2][3].
Бер нисә турист фирмаһы «Ҡыҙылташ ҡаяһына бер көнлөк тур» тәҡдим итә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Римма Солтанова. Башҡортостан мөғжизәләре һеҙҙе көтә! (башҡ.). Башҡортостан (1 Ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 Розовые Скалы. Русское географическое общество (25 ноябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025.
- ↑ 1 2 Розовые скалы в Башкирии. Туристер (9 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025.
- ↑ Розовые скалы в Башкирии. ГОУ дополнительного образования Республиканский детский образовательный центр туризма. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025.