Ырыҫбаев Рафиҡ Рәжәп улы
Биографияһы
Рафиҡ Рәжәп улы Ырыҫбаев 1951 йылдың 10 майында РСФСР-ҙың Чкалов өлкәһе Төйлөгән районы Мәҡсүт ауылында (хәҙер Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Дәүләтҡол ауылы составында) тыуған.
1970—1976 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының педиатрия факультетында уҡып, «табип-педиатр» һөнәре алған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1976 йылдың 10 авгусында Сибай ҡалаһы ҡала дауаханаһында табип-интерн, педиатр булып башлаған.
1977 йылдың авгусынан — Сибай ҡалаһының балалар поликлиникаһында участка педиатры.
1978 йылдың мартынан — Сибай ҡалаһы балалар дауаханаһының дауалау бүлеге буйынса баш табип урынбаҫары.
1980 йылдың февраленән — Сибай ҡалаһының балалар поликлиникаһында участка педиатры.
1980 йылдың декабренән — Сибай район-ара туберкулезды дауалау диспансерының баш табибы. Тап уның етәкселеге осоронда, уның инициативаһы буйынса Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы райондарының мәктәпкә тиклемге йәштәге балалары өсөн реабилитация бүлеге булдырыла, унда йыл һайын 500-гә яҡын бала, туберкулез йоҡторған йәки туберкулез ауырыулылар менән тығыҙ бәйләнештә булған, шулай уҡ йыш ауырығандар һөҙөмтәле дауалау үтә.
2000 йылдан — Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында янғын хәүефһеҙлеге инженеры булып эшләй[2].
2020 йылдың 21 ноябрендә вафат булған[3].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
1990 йылдан 2000 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Рысбаев Рафик Ражапович//Министерство здравоохранения Республики Башкортостан 2021 йылдың 10 май көнөндә архивланған.
- ↑ Рысбаев Рафик Ражапович//Министерство здравоохранения Республики Башкортостан 2021 йылдың 10 май көнөндә архивланған.
- ↑ 21 ноября 2020 года на 70-м году жизни ушел из жизни замечательный человек, заслуженный врач Республики Башкортостан Рысбаев Рафик Ражапович//Сибайский межрайонный тубдиспансер 2021 йылдың 11 май көнөндә архивланған.
- ↑ Члены Центральной избирательной комиссии (1995—2017 годы)
- ↑ Указ Президента РБ от 14.07.1998 N УП-449 «О присвоении почетного звания „Заслуженный врач Республики Башкортостан“ работникам здравоохранения республики»
- ↑ Рысбаев Рафик Ражапович