Электр гирляндаһы
Электр (яҡтылыҡ) гирляндаһы — электр үткәргес сымдар менән эҙмә-эҙлекле тоташтырылған вольфрам ҡыллы йәки светодиод лампалар теҙмәһе, декоратив биҙәк. Гирлянда — үҫемлек орнаментының традицион биҙәге тигәнде аңлата.
Электр гирляндалары башлыса Раштыуа һәм Яңы йыл байрамдары осоронда ҡулланыла. Уларҙы байрам шыршылары, интерьер предметтары, төрлө архитектура элементтары һәм биналарҙы биҙәү өсөн файҙаланалар.
Тарихы
Тәүге электр гирляндаһын АҠШ-та 1882 йылда эшләгәндәр тигән фараз бар. Томас Эдисондың ярҙамсыһы Эдвард Джонсон үҙенең йортонда шыршыны биҙәү өсөн ҡулланған. 80 бәләкәй ҡалын стеналы быяла шарҙың эсендәге яҡтыртыусы ҡыл булған, полюстарҙа ике баҡыр сым сығып торған. Гирлянданы ҡулланыр алдынан сымдарҙы үҙаллы тоташтырып, сымды штекер аша розеткаға тоташтырырға кәрәк булған.
Икенсе версия буйынса, беренсе электр гирляндаһын 1895 йылда телефонист Ральф Моррис уйлап таба. Телефон бүлгес щиттарында лампочкалар сылбырын даими күҙәтеп, Моррис традицион шәмдәрҙе шундай сылбыр менән алмаштырырға уйлай[1].
1895 йылда, Гровер Кливлендтың президентлыҡ осоронда, Ак Йорттағы Раштыуа шыршыһын электр гирляндаһы менән биҙәгәндәр. Ошо мәлдән алып электр уты шыршынан янғын хәүефе янаған традицион шәмдәрҙе ҡыҫырыҡлап сығара башлай[2][3].
XX быуат башында электр гирляндалары Америкала ҡыйбат торған, шуға күрә күп кенә ғаиләләр уларҙы һатып алмай, ә ваҡытлыса ҡуртымға алып ҡулланған[1].
Икенсе донъя һуғышынан һуң ғына электр гирляндалары киң тарала.
СССР-ҙа тәүге гирляндалар 1938 йылда етештерелә башлай. Беренсе совет шыршы электр гирляндаһы ул замандың стиле менән аталған — ЁГ-1. Был гирлянда ике параллель сылбырҙан торған, һәр береһендә 10-ар 13-вольтлы лампа булған (ул осорҙағы 127 вольтлы көнкүреш яҡтыртыу селтәренә ҡарап шундай схема файҙаланылған). Лампалар конис формаһы булған, уларҙы цапонлак менән ҡыҙыл, һары, йәшел һәм күкһыу-фиолет төҫтәргә буяғандар. Лампаларҙың карболиттан эшләнгән патрондары традицион шәмдәр формаһында булған, шыршы ботаҡтарына беркетеп ҡуйыр өсөн ҡыҫтырғыстары булған. ЁГ-1 гирляндаһы комплектына өстәмә өс лампа һәм янған лампаны табыу һәм алмаштырыу буйынса инструкция ингән[1].
Совет гирляндаларының, ҡағиҙә булараҡ, алмаштырыла торған лампалары булған. Мәскәү электр лампалары заводы электр гирләндаларын бәләкә лампочкалар ҡуйып етештергән, уларҙы фонарь, йыһан ракеталары һәм башҡа фигуралар формаһында эшләгәндәр. Башҡа заводтарҙың гирляндалары ғәҙәти лампалар ҡулланып етештерелгән һәм «Пушкин фонарҙары» йәки башҡа төрлө фигуралар формаһында яһалған пластмасса абажурҙар менән биҙәгәндәр[4].
Хәҙерге заман технологиялары
Хәҙерге электр гирляндалары башлыса кабель тармаҡтарына пресланған үтә бәләкәй габаритлы лампалар менән һүтеп алынмай тоған электротехник изделиелар рәүешендә сығарыла. Бер нисә сым жгуттарын электрон идара итеү блогы менән берләштереү «йүгереүсе яҡтыртҡыстар»кеүек төрлө яҡтылыҡ эффекттарын формалаштырырға мөмкинлек бирә. Составында музыкаль синтезаторҙар микросхемаһы булған гирляндалар бер йәки бер нисә программаланған көйҙө уйнай ала. Улар башлыса сауҙа предприятиеларын биҙәү өсөн ҡулланыла.
Светодиодлы техника барлыҡҡа килеү менән светодиодлы гирляндалар, шулай уҡ «юғары технологиялы» сүсле-оптик яҡтылыҡ һыуы киң таралыу ала. Гирлянданың аналогы булып дюралайт хеҙмәт итә ала.
Смартфон менән идара ителгән заманса смарт-гирляндалар ярайһы уҡ популяр. Телефонға ҡуйылған ҡушымта ярҙамында ялтырап тороу режимын һәм йышлығын үҙгәртергә, төҫ вариацияларын сиратлаштырырға, лампочкаларҙың ялтырап тороуын музыка менән синхронлаштырырға, таймерҙар ҡуйырға мөмкин[5].
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Ясинская, О. Раз. два, три - ёлочка, гори! // Всегда в движении : журнал. — 2013. — № 12. — С. 9.
- ↑ Who invented electric Christmas lights?
- ↑ A Brief History of Electric Christmas Lighting in America
- ↑ Музейная азбука от " А до Я". Цветные гирлянды. | Музей Отрадного. museum-otradny.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2024.
- ↑ Лучшие умные гирлянды с управлением со смартфона 2024 года: рейтинг топ-11 по версии КП. 11 ноябрь 2024 тикшерелгән.