Гирлянда

Гирля́нда (франц. guirlande, итал. ghirlanda, лат. gerrae — үрелгән) — үрелгән сәскәләр, ботаҡтар, япраҡлы һабаҡтар, емеш — еләк рәүешендәге декоратив мотив, ҡайһы берҙә таҫмалар бандельверкалар, банттар, маскарондар, букраниялар менән тоташтырылған. Таждан йәки муйынсаҡтан айырмалы рәүештә гирлянда орнаменттар рәтенең элементы булып тора һәм шуға күрә йыш ҡына төрлө рамкалар, бордюрҙар, сиктәр композицияларына индерелә[1].
Тарихы
Гирляндалар боронғо замандарҙан уҡ эшләнгән. 2006 йылда Мысырҙың Батшалар үҙәнендә, саркофагтар эсендәге ҡәберлектә, алтын ептәр үрелгән сәскә гирляндалары табылған[2][3][4]. Гирляндалар антиҡ дәүер рельефтарында, айырыуса эллинистик һәм рим осоронда осрай. Классик архитектурала бындайй мотив фестон тип атала.
Италияның Ренессанс осоронда гирляндаларҙы гротеск композицияларына ла индергәндәр. Классицизм һәм Барокко стилдәрендә гирляндалар архитектура ордерҙанда ҡулланылған: уларҙы боронғо факелдар йәки түңәрәк розеткалар рәүешендәге вертикаль элементтар менән бүлгәндәр.
Францияның Регентлыҡ осоро һәм рококо стилендә гирляндалар айырыуса популярлыҡ яулай. Уларҙы гобелен рамдарына ҡуйғандар. ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ кейемдәрен биҙәгәндәр. Һүрәттәр һәм гравюралар рамдарын рокайль һәм картуш менән берләштереп биҙәгәндәр.
Рәсәй архитектураһында гирляндалар Барокко осоронан ҡулланыла башлай. Мәҫәлән, гирляндалар Меншиков манараһы фасадын биҙәүҙә ҡулланылған: тәүге ҡат тәҙрәләре өҫтөндә, порталдар өҫтөндә, волюталар һәм капителдәр биҙәктәрендә.
Гирлянда мотивы Рәсәйҙең Классицизм һәм Ампир архитектураһында киң ҡулланылған. Александра театры фасадының киң рельеф фризында гирлянда мотивы театраль маскалар менән тулыландырылған. Шундай уҡ мотивты, маскалар урынына фәрештәләр фигуралары менән, Троицкий-Измайловский соборы фасадында күрергә мөмкин. Рельефлы гирляндалар неоклассицизм стилендә, төньяҡ модерны осорондағы биналар фасадтарында ла осрай, мәҫәлән, Азов-Дон банкы һәм Мертенс йорто фасадтарында.
Электр гирляндалары

Электр лампалары йәки светодиодтар сылбыры ла гирляндалар төрөнә ҡарай. Бындай гирляндалар Раштыуа һәм Яңы йыл байрамдары ваҡытында гирляндалар шыршыларҙы, интерьер элементтарын, төрлө архитектура объекттарын һәм биналарҙы биҙәү өсөн ҡулланыла.
1895 йылда АҠШ-та Ак Йорт алдында ҡуйылған шыршыны тәүге электр гирляндаһы менән биҙәгәндәр. Шул осорҙан алып, электр уты гирляндалары, хәүефһеҙерәк булыу сәбәпле, традицион шәмдәрҙе яйлап алмаштыра башлаған.
Совет Рәсәйендә гирляндалар 1938 йылда ғына етештерелә башлаған. Тәүге совет шыршы гирляндаһы ЁГ-1 тип аталған һәм ике параллель сылбырҙан торған: һәр береһендә 13 вольтлы ун лампа булған. Ул осорҙа йортта ҡулланылған 127 вольтлы яҡтыртыу селтәре өсөн эшләнгән. Лампалар конус формаһында булған, цапон лак менән ҡыҙыл, һары, йәшел, шәмәхә төҫтәренә буяғандар. Уларҙың төптәре карболиттан эшләнгән, лампалары шәм формаһында булған һәм шыршы ботаҡтарына беркетеү өсөн ҡыҫтырғыстары булған. ЁГ-1 гирляндаһы комплектына өс запас лампа һәм уларҙы алмаштырыу өсөн инструкция ингән[5].
XX быуаттың 90-сы йылдарына тиклем етештерелгән гирляндаларҙа, ҡағиҙә булараҡ, сылбыр менән берләштерелгән алмаштырмалы лампалар ҡулланылған. СССР-ҙа Мәскәү электр лампа заводында эшләнгән гирляндалар бәләкәй лампалар өсөн патрондар менән йыһазландырылған, улар төрлө формалары фонарҙар, ракеталар кеүек булған. Ғәҙәти лампаларҙан эшләнгән башҡа совет гирляндаларында «Пушкин фонарҙары», йыһан ракеталары һәм башҡа фигуралар рәүешендәге фигуралы пластмасса плафондары булған. Румынияла томбойоҡ рәүешендәге плафонлы гирлянда сығарылған.
Әлеге ваҡытта электрогирляндалар башлыса кабелгә пресланған үтә бәләкәй габаритлы лампалар рәүешендә сығарыла. Бынан тыш, гирляндала электрон идара итеү блогынан сыҡҡан сымдар төрлө яҡтылыҡ эффекттарын формалаштырырға мөмкинлек бирә (уларҙың иң таралғандары — «йүгереүсе уттар»).[6]. Ҡайһы бер гирляндаларҙың а музыка синтезаторҙары ла бар, улар бер йәки бер нисә көй уйнай ала. Бындай гирляндалар күбеһенсә Ҡытайҙа етештерелә.
Светодиодлы технологиялар үҫеше менән светодиодлы гирляндалар, шулай уҡ оптик-сүсле (световодлы) моделдәр киң ҡулланыла башланы.
2024 йылда киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, аҡыллы гирляндалар смартфон ярҙамында киң популярлыҡ яуланы. Улар утты көйләргә, музыка менән синхронлаштырырға һәм таймерҙар ҡуйырға мөмкинлек бирә. Уларҙы ҡулланыу өсөн махсус өҫтәмә программа кәрәк[7].
Галерея
Ченнаиҙа һатыу өсөн әҙерләнгән сәскә гирляндалары, Һиндостан
Иҫкәрмәләр
- ↑ Власов В. Г. Гирлянда // Власов В. Г. Новый энциклопедический словарь изобразительного искусства. В 10 т. — СПб.: Азбука-Классика. — Т. III, 2005. — С. 174—175
- ↑ Lenta.ru: Мәҙәниәт: Боронғо мысыр ҡәберлегендә сәскә гирляндалары табылған . Дата обращения: 15 июль 2014. Архивировано 20 июль 2014 года.
- ↑ Tomb found in Valley of the Kings reveals flowers, but no mummies — The Boston Globe . Дата обращения: 15 июль 2014. Архивировано 20 июль 2014 года.
- ↑ Мысыр ҡәберлегендә сәскә гирляндалары табылған . Дата обращения: 15 ғинуар 2007. Архивировано 9 октябрь 2006 года.
- ↑ Музейная азбука от "А до Я". Цветные гирлянды. museum-otradny.ru. Дата обращения: 11 ноябрь 2024.
- ↑ Троичный контроллер с полностью троичными шинами Version 2BT3BTCA02(недоступная ссылка)
- ↑ Лучшие умные гирлянды с управлением со смартфона 2024 года: рейтинг топ-11 по версии КП. 11 ноябрь 2024 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
- Голубков Андрей Васильевич. «Гирлянда Юлии» и галантная антропология во французской салонной культуре XVII-XVIII вв // Филологические науки. Вопросы теории и практики. — 2017. — № 6—2 (72).
- Звездина Юлия Николаевна. Образ гирлянды в мозаиках Неаполя и Равенны IV-VI веков // Труды Санкт-Петербургского государственного института культуры. — 2009.
- Звездина, Ю. Н. Гирлянда в порталах соборов Московского Кремля // Московский Кремль в XVI столетии: Сб. статей. — М.: БуксМАрт, 2014. — Кн. 1: Древние святыни и исторические памятники. — С. 237–247.
- Ху Элис Джоан. Происхождение цветочных гирлянд во фламандской живописи XVII в // Манускрипт. — 2020. — № 7.