Эльбала осрашыу

Эльбала осрашыу (рус. Встре́ча на Э́льбе) — Икенсе донъя һуғышы осорондағы ваҡиға. 1945 йылдың 25 апрелендә Эльба йылғаһы буйындағы Торгау ҡалаһы янында СССР армияһының 1-се Украин фронты ғәскәрҙәре АҠШ-тың 1-се армияһы ғәскәрҙәре менән осраша.

undefined
undefined

Тарихы

Шпремберг-Торгау операцияһы һөҙөмтәһендә 24 апрелдә 1-се Украина фронты ғәскәрҙәре Эльбаға сыға.

Беренсе осрашыу америка патруле лейтенант Альберт Коцебу етәкселегендә Эльбаны аша сыҡҡанда була. Көнсығыш яр буйында улар подполковник Александр Гордеев етәкселегендәге совет һалдаттары менән тап булыша. Шул уҡ көндө Торгау эргәһендәге Эльбаның емерелгән күперендә лейтенант Александр Сильвашко етәкселегендәге совет һалдаттары тағы бер Америка патрулдәре (АҠШ армияһының лейтенанты Уильям Робертсон етәкселегендә) осраша. Тап шул саҡта Робертсон менән Сильвашконың ҡул бирешкәне фотоһүрәткё төшөрөлгән.

24 апрелдә таң менән Эльба аша сыҡҡан беренсе совет һалдаты -рота командиры өлкән лейтенант Январ Еремеев[1].

undefined

Рәсәй Оборона министрлығының башҡа сығанаҡтарынан күренеүенсә, Эльбаны беренсе булып 1-е Кавалерия корпусы частары аша сыға[2].

Альтернатив версиялар

2 май — 2-се Белорус фронтының 5-се кавалерия дивизияһы майоры В. П. Неверовтың 104-се гвардия танк полкы Ленцен ҡалаһын яулап ала, Эльба йылғаһы аша сыға һәм америка ғәскәрҙәре менән осраша[3].

3 май — 2-Се Белоруссия фронты командующийы Советтар Союзы Маршалы К. К. Рокоссовский үҙенең хәтирәләрендә түбәндәгеләрҙе яҙа:[4]:

Панфиловтың 3-сө гвардия танк корпусы Висмарҙан көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан 2-се Британия армияһының алғы частары менән бәйләнеш урынлаштыра. 4 майҙа 70-се һәм 49-сы армиялар, 8-се механизацияланған һәм 3-сө гвардия кавалерия корпустары ғәскәрҙәре лә (атлылар Эльбаға барып етә) союздаштар менән сикләү һыҙығына барып етә. Романовскийҙың 19-сы армияһы һәм Федюнинскийҙың 2-се Удар армияһы частары тағы бер тәүлек буйына Воллин, Узедом һәм Рюген утрауҙарын гитлерсыларҙан таҙарта. Был утрауҙарҙы яулап алғас, 2-се Белорус фронтының һөжүм операцияһы тамамлана. Дөрөҫ, айырым райондарҙы тикшерергә, ғәскәрҙәребеҙ тылында ҡалған гитлерсыларҙың бәләкәй төркөмдәрен зарарһыҙландырырға кәрәк була.

6-сы гвардия кавалерия дивизияһы һәм 28-се гвардия кавалерия полкы 3-сө гвардия кавалерия корпусы составына ингәнлектән, 28-се кавалерия полкы 2 майҙа Эльбала була алмай.

Галерея

Кинола

Сәнғәттә

Иҫкәрмәләр

  1. Лисанов Е. «Прыжок к Эльбе» Архивная копия от 4 март 2016 на Wayback Machine
  2. 1 гв. кк, гв. полковник Вашурин П., гв. полковник Попов П. Журнал боевых действий 1 гв. кк за период с 1 по 30.4.45 г. Архивная копия от 9 февраль 2018 на Wayback Machine // ЦАМО, Ф. 3465, Оп. 1, Д. 472, Л. 126
  3. No: 602 от: 31.05.1945 Издан: ВС 2 Белорусского фронта / Архив: ЦАМО фонд: 33 опись: 686196 ед.хранения: 4594 No записи: 25899842.)
  4. Одер — Эльба // Рокоссовский К. К. Солдатский долг. — 5-е изд. — М.: Воениздат, 1988, 367 с. — (Военные мемуары). Тираж 250000 экз. ISBN 5—203—00489—7.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар