Юй Мин Бэй

Юй Мин Бэй (шулай уҡ Йо Мин Пей ҡыт. трад. 貝聿銘, упр. 贝聿铭, пиньинь: Bèi Yùmíng, ингл. Ieoh Ming Pei;  26 апрель 1917 йыл) — ҡытай сығышлы Америка архитекторы.

Биографияһы

Гуанчжоуҙа тыуған. Массачусетс технология институты һәм Гарвард университетында (Валтер Гропиуста) белем ала. Мис ван дер Роэның «интернациональ стиле» традицияларын дауам итеүсеһе Притцкер премияһыных тәүге биш лауреаттарҙың береһе.

Эре проекттары

  • 1962 — Плас Виль-Марий-Эл, Монреаль
  • 1968 — Эверсон сәнғәт музейы, Сиракьюс
  • 1971 — Харбор-тауэрс, Бостон
  • 1972 — Пол Меллон исемендәге сәнғәт үҙәге, Уоллингфорд, Коннектикут штаты
  • 1973 — Херберт Джонсон исемендәге сәнғәт музейы, Корнелл университеты
  • 1974 — Милли сәнғәт галереяһының көнсығыш ҡабырғаһы, Вашингтон
  • 1975 — OCBC банкының офисы, Сингапур
  • 1976 — Джон-Хэнкок-тауэр, Бостон
  • 1978 — Индиана университетының сәнғәт музейы
  • 1979 — Джон Ф. Кеннеди китапханаһы, Бостон
  • 1979 — Донъя сауҙа үҙәге, Балтимор
  • 1980 — Рафлс-сити, Сингапур
  • 1981 — JPMorgan Chase башняһы
  • 1982 — Ҡытай банкы башняһы, Гонконг
  • 1986 — Фаунтейн-плейс, Даллас
  • 1987 — Америка банкы, Майами
  • 1989 — Лувр пирамидаһы, Париж
  • 1990 — Гейтуэй, Сингапур
  • 1991 — Михо музейы, Киото
  • 1995 — Рок-н-ролл дан залы, Кливленд
  • 1999 — Хәҙерге заман сәнғәт музейы, Люксембург
  • 2002 — EDF Башняһы, Дефанс, Париж
  • 2004 — Ислам сәнғәте музейы, Доһа

Ҡалып:Лауреаты Притцкеровской премии

Тема буйынса өҫтәмә