Яна Фетт

Яна Фетт (ингл. Jana FettFett Jana, МФА: jâna fêt, jǎː-[3][4][5]; 1996 йылдың 2 ноябре, Загреб) — хорват тенниссыһы. Яңғыҙ разрядта Ҙур шлемдың юниорҙар турниры финалисы (Австралияның Асыҡ чемпионаты-2014).

Карьераһы

Халыҡ-ара теннис федерацияһының (ITF) юниорҙар туры рейтингында Яна Фетт 2014 йылдың 24 февраленә 12-се урынды биләй. Ҙур шлемдың юниорҙар турнирында яңғыҙ разрядта (2014 йылда Австралияла теннис буйынса Асыҡ чемпионат) Яна Фетт рәсәй тениссыһы Елизавета Куличкованан ҡалыша икенсе урынға сыға.

2015 йылда Тоётала Фетт халыҡ-ара профессиональ Dunlop World Challenge турнирында яңғыҙ разрядта финалда таиланд тенниссыһы Луксика Кумкхумды еңеп сыға[6]. 2018 йылдың мартына был Янаның иң юғары титулы була.

Яна Фетт 2017 йылда ҡатын-ҡыҙҙарҙың теннис ассоциацияһы (WTA) турында — Хобартта Халыҡ-ара теннис турнирында (Австралия) ҡатнаша, ярым финалда бельгиялы Элиза Мертенстан еңелә. Шул уҡ йылда Фетт үҙенең икенсе турнирында — Японияның асыҡ чемпионатында ҡатнаша, һәм ТОП-20 уйынсыһы Кристина Младеновичты еңә, был уның беренсе еңеүе була. Ярымфиналда Яна япон тенниссыһы Мия Катонан еңелә. 2017 йылда Фетт донъя рейтингында иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә: яңғыҙ разрядта 97-се позицияла (12 октябрь) һәм парлы разрядта 357-се урында (30 октябрь).

2018 йылда Фетт Австралияның асыҡ чемпионатында ҡатнаша, унда икенсе раундта дат тенниссһы Каролина Возняцкиҙан ҡалыша, хәйер, ул да өсөнсө партияла 1-5 иҫәбе менән еңелә (Фетт һәм Возняцкиҙың дөйөм иҫәбе икенсе раундта: 6-3, 2-6, 5-7)[7].

Киләһе Тапҡыр Фетт Ҙур шлем турнирында дүрт йылдан һуң ғына уйнай. Уимблдонда ул Беренсе раундта Ига Свентектан еңелә.

2024 йылдың апрелендә Яна Оэраш ҡалаһында ITF турнирында еңә. Бынан һуң Франция асыҡ чемпионатының төп селтәренә инә, унда икенсе түңәрәккә тиклем барып етә.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 сайт WTA
  2. сайт ITF
  3. Ȁna (хорв.). Hrvatski jezični portal. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2018.
  4. Jȁna (хорв.). Hrvatski jezični portal. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2018.
  5. Fȅt (I) (хорв.). Hrvatski jezični portal. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2018.
  6. Fishpool N. Spotlight On… Jana Fett — November 2015 (ингл.). ITF (7 декабрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2018. 2018 йылдың 20 апрель көнөндә архивланған.(инг.). ITF (2015-12-07). 3 апрель 2018 тикшерелгән.
  7. Возняцки победила Фетт во втором круге Australian Open, уступая в третьем сете 1:5 (ингл.). Р-Спорт (17 ғинуар 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2018.(инг.). Р-Спорт (2018-01-17). 3 апрель 2018 тикшерелгән.

Тема буйынса өҫтәмә