Янбаев Юлай Әғләм улы

Юлай Әғләм улы Янбаев (рус. Янбаев Юлай Аглямович; 1962 йылдың 21 ғинуары, Учалы, Башҡорт АССР-ы) — ғалим-биолог, юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡорт дәүләт университеты ректорының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Фәндәр Академияһында ғилми хеҙмәткәре. Башҡортостан дәүләт аграр университетының Урман хужалығы һәм ландшафт дизайны кафедраһы профессоры.[1]

Биографияһы

Юлай Әғләм улы Янбаев 1962 йылдың 21 ғинурында Учалы районының Наурыҙ ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Урта белемде Илсе, Иманғол мәктәптәрендә ала.

1979—1984 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының урман хужалығы факультетын «ҡыҙыл дипломға» тамамлай, СССР Фәндәр Академияһының биология филиалында аспирантурала уҡый, 1986—1987 йылдарҙа Биология үҙәгендә стажировка үтә.

1989 йылда Минск ҡалаһында генетика фәне буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1987—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Фәндәр Академияһында ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, лаботория мөдире.

2001—2007 йылдарҙа Янбаев Ю.Ә. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында ғилми тикшеренеү секторы етәксеһе, фән эштәре буйынса институт директоры урынбаҫары булып эшләй.

Юлай Әғләм улы — биология фәндәре докторы, 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, 3 монографяһы сит илдәрҙә баҫылған.

Әлеге мәлдә Янбаев Юлай Әғләм улы Башҡорт дәүләт университеты ректорының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары[2].

Сығанаҡтар

  • Алтын бишегем — Учалы: Ҡала һәм райондың ҡыҫҡаса энциклопедияһы. — ӨфӨ: Китап, 2003. — 264 бит, илл
  1. Кафедра лесоводства и ландшафтного дизайна. БашГАУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2025.
  2. Редколлегия. Сибирский лесной журнал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2025.