Янғуразов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы

Янғуразов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (10 сентябрь 1910 йыл—12 сентябрь 1978 йыл) — иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре канидаты (1953). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1974). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.[1]. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Биографияһы

Әхмәт Мөхәмәтәвәли улы Янғуразов 1910 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Иҫке Бүздәк ауылында тыуа. 1933 йылда К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай.

1933-1934 йылдарҙа РККА-ла курсант булып хеҙмәт итә. 1934—37 йылдарҙа Башҡортостан инженер‑техник хеҙмәткәрҙәрҙең һәм хужалыҡ етәкселәренең квалификацияһын күтәреү иститутында эшләй, 1936 йылдан алып сәйәси иҡтисад кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара, 1937—1939 йылдарҙа Эске эштәр ХК тикшереүе аҫтында була. Аҡланғандан һуң Өфөнөң 2-се мәктәбе директоры була. 1939—41 йылдарҙа Өфөлә Башҡортостан он тартыу сәнәғәте техникумы директоры.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында 1941-1943 йылдарҙа ҡыйыу һуғыша, 214 уҡсылар дивизияһының сәйәси бүлеге начальнигы була, хәрби ордендар, миҙалдар менән бүләкләнә. Волгоград, Орел, Белгород ҡалаларының Почет грамоталары менән бүләкләнә. 1943 йылда яраланғандан һуң Өфөгә ҡайта[2]. 1944 йылдан башлап ВКП(б)‑ның Өфө ҡала комитеты секретары[1].

1953 йылда А.М.Горький исемендәге Урал дәүләт университетында иҡтисад фәндәр кандидатлығы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Промысловая кооперация, ее значения и развитие в социалистическом народном хозяйстве» тмеаһына диссертация яҡлай.[3]

1948—53 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп уҡыу буйынса директор урынбаҫары, 1956 йылдан алып сәйәси иҡтисад кафедраһы мөдире, 1967— 78 йылдарҙа Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡисады институтының Өфө факультеты деканы[1]. 1954—1968 йылдарҙа пединститутта һәм Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.

1978 йылда вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

Фәнни тикшеренеүҙәре нефтехимия сәнәғәте предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу мәсьәләләренә арналған. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре