Яппаров Миңлеғәли Ғәлим улы

Яппаров Миңлеғәли Ғәлим улы (1907 йыл — 21 ноябрь 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец, артиллерист[1].

Биографияһы

Яппаров Миңлеғәли Ғәлим улы 1907 йылда Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Миәкәбаш ауылында[2], икенсе мәғлүмәттәр буйынса Миәкә районы Әнәс ауылында[1] тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Ҡыҙыл Армияға Миәкә районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында артиллерист булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың 21 ноябрендә Сталинград өлкәһенең (хәҙерге Рәсәй Федерацияһының Волгоград өлкәһе) Перелазовский районы Перелах хуторы янындағы бәрелештә һәләк була һәм шунда зыяратта ерләнгән[1].

Сығанаҡтар