Яр-Бишҡаҙаҡ таш тоҙ ятҡылығы
Яр-Бишҡаҙаҡ таш тоҙ ятҡылығы (рус. Яр-Бишкадакское месторождение каменной соли) — Башҡортостан, Ишембай ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы биләмәләрендә урынлашҡан ятҡылыҡ. Ағиҙел йылғаһының уң һәм һул яҡ ярҙарында бүленгән участкаларҙан тора.
Ишембай ҡалаһында урынлашҡан уң яҡ участкаһын «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте (лицензия УФА 00956 ТЭ) эшкәртә . Һул яҡ участкаһы бүлеп бирелмәгән ер аҫты фондында урынлашҡан.
Ятҡылыҡтар Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм башҡа тораҡ пункттар менән асфальт түшәлгән юлдар бәйләй.
Тарихы
Ятҡылыҡты асыу һәм уны сәнәғәти эшкәртеү мөмкинлеге каустик сода етештереү буйынса химия заводы төҙөлөшө мәсьәләһен күтәрергә булышлыҡ итә. 1955 йылда СССР Министрҙар Советы Стәрлетамаҡ ҡалаһында Яр-Бишҡаҙаҡ тоҙонан химик сеймалға киҫкен ихтыяжды ҡаплаған «Каустик» заводын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә[1].
Әлеге ваҡытта Башҡортостан сода компанияһы — Европаға иң ҙур кальцийлы сода экспортеры[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ История. Официальный сайт ОАО «Каустик». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2014. Архивировано из оригинала 12 октябрь 2014 года.
- ↑ ОАО «Сода» приступит к реконструкции Яр-Бишкадакского месторождения // ВЛАСТЬ | новости башинформ.рф. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2020.
Сығанаҡтар
- Отчет по доразведке правобережной части Яр-Бишкадакского месторождения каменной соли и пересчет запасов по состоянию на 01.01.1951 года.
- Макушин А. А. Шевчун Н. П. Отчет о детальной разведке левобережного участка Яр-Башкадакского месторождения каменной соли в БАССР, проведенной Западно-Башкирской Комплексной Геологической Экспедицией в 1975—1979 годы (подсчет запасов по состоянию на 01.01.1979 год). Башкирское территориальное геологическое управление МГ РСФСР
Һылтанмалар
- ПОРЯДОК И УСЛОВИЯ ПРОВЕДЕНИЯ АУКЦИОНА на право пользования недрами с целью разведки и добычи каменной соли на Левобережном участке Яр-Бишкадакского месторождения (южная часть) в Республике Башкортостан. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
- Отчет о детальной разведке левобережного участка Яр-Башкадакского месторождения каменной соли в БАССР. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2020. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ОАО «Сода» приступит к реконструкции Яр-Бишкадакского месторождения. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2020., ИА «Башинформ», 19 февраля 2007 года