Яр буйы һырттары
Яр буйы һырттары (ингл. Pacific Coast Ranges — Канадала, ингл. Pacific mountain system — АҠШ-та) — Төньяҡ Американың көнбайыш яр буйҙары буйлап Алясканан үҙәк Мексикаға саҡлы һуҙылған тау һырттары теҙмәһе.
География
Яр буйы һырттары Кордильер тауҙарының бер өлөшө булып тора[2]. Һырттар Тымыҡ океан яр буйҙары буйлап АҠШ сиктәрендә — 7240 км-ға, Канада буйлап 1600 км-ға һәм Мексикала 1300 км-ға һуҙылған. Яр буйы һырттары 8 төп өлөштән тора (төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай): Яр һырты (Британская Колумбия), Ванкувер утрауының һәм Королева Шарлотта утрауҙарының тауҙары, Каскад тауҙары, Олимпик тауҙары, Вашингтон һәм Орегон яр буйы һырттары, Кламат тауҙары, Калифорния яр буйы һырттары, Арҡыры һырттар. Йыш ҡына Яр буйы һырттары составына Сьерра-Невада тауҙарын да индәерәләр[3]
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Береговые хребты. Информационная система географических названий (США), Геологическая служба США. Мөрәжәғәт итеү датаһы: ноябрь 2012.
- Peakware.com 2016 йылдың 9 март көнөндә архивланған.