Аҡбутина Земфира Хәкимйән ҡыҙы
Аҡбутина Земфира Хәкимйән ҡыҙы (рус. Акбутина, Замфира Хакимьяновна; 1966 йылдың 18 марты, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы) — уҡытыусы, журналист, шағир. Рәсәй Федерацияһының (2011) һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар (2011) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы (2015). Рәсәй Федерацияһының «Иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе (2007). Башҡортостан Яҙыусылар союзы(2016), Рәсәй Яҙыусылар союзы (2017) ағзаһы.
Биографияһы
Земфира Хәкимйән ҡыҙы Аҡбутина (Яубаҫарова) 1966 йылдың 18 мартында Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған. Тимер һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлап, артабан уҡыуын Иҫке Монасип урта мәктәбендә дауам итә.
1983—1988 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында филология факультетында белем ала. Хеҙмәт юлын Өфөләге 1-се балалар йортонда башлай. «Ленинсы», Йәшлек гәзиттәрендә эшләй.
1992 йылдан Ейәнсура районы Ибрай мәктәбендә уҡыта.
2012 йылдан алып башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһенә етәкселек итә.
2017 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса районда иң алдынғы уҡытыусы тип табыла. «Һөнәре буйынса иң алдынғы» тигән исем бирелә. Юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ейәнсура районының «Үҫәргән» әҙәби берекмәһенең рәйесе.
2016 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы.
2017 йылдан Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы
Рәсәй Федерацияһының (2011) һәм Башҡортостан Республикаһының (2011) Журналистар союздары ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһы мәғарифы алдынғыһы
- Рәсәй Федерацияһының «Иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе
Китаптары
- Артылғанда быуат түбәләрен…:шиғырҙар. / Иҫәнғол, 2002.-Б.16.
- Атай кеүек булам мин: шиғырҙар / Өфө:Китап, 2005.- Б.16.
- Нур усағы. Шиғырҙар йыйынтығы [Текст] / З.Х Аҡбутина: Өфө.-2001.- Б.432
- Һандыҡ төптәрендә : шиғырҙар, поэма [Текст] / З. Х. Аҡбутина: Өфө:Китап, 2013.-Б.142
- Башҡортостан. Шиғырҙар//Ағиҙел. — 2012. — № 1.-131-133 б.
- Ҡая сәскәһе. Шиғырҙар йыйынтығы.
- «Иҙел ҡыҙы» исемле балалар өсөн китабы (2018)[1]
Викидәреслектә
- «Иҙел ҡыҙы» исемле балалар өсөн китабы (2018) Иҙел ҡыҙы (Земфира Аҡбутина)
Шиғырҙарына йырҙар
- Тимер — тыуған ауылым. Земфира Аҡбутина һүҙҙәре, Рәхимә Ғәйетбаева көйө Раян Алтыншин йырлай
- «Әсәйемә». Земфира Аҡбутина һүҙе, Миңзәлә Түләбаева көйө, Алтыншин Раян йырлай
- Осоп. З.Аҡбутинаның һүҙҙәре, Ғайсина Гөлшат йырлай
Моң алырға килегеҙ!!! (Земфира Аҡбутина ижады)
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Иҙел ҡыҙы»
- ↑ Аҡбутина Земфира «Автограф» тапшырыуы
- ↑ З. Акбутина т-да Атайсал тапшырыуы(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
- Бураҡаева М. Һандыҡ төптәрендә ниҙер бар // Йәшлек. — 2013. — 29 ноябрь, — Б.18.
Һылтанмалар
- «Автограф» — Поэтесса Земфира Акбутина (рус.), Bash.News (27 июль 2014).
- "Һинен тормош минең хыялдарым" М. Туләбаева - З. Аҡбутина, режисёр Наил Хәмитов
- Земфира Аҡбутина 2017 йылдың 21 декабрь көнөндә архивланған.
- Моң алырға килегеҙ!!! (Земфира Аҡбутина ижады)
- Литературная карта РБ