Яшкино (Ырымбур өлкәһе)

Яшкино — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл. Яшкино ауыл советының административ үҙәге.

Географияһы

Район үҙәге Плешаново ауылынан көньяҡҡа табан 19 км алыҫлыҡта, Соран йылғаһына Яшка йылғаһы ҡушылған урында урынлашҡан.

Халҡы

Халҡы иҫәбе
1959[3]2010[4]
1525724

Тарихы

Ҡаҙна ауылы — Гаврило-Архангельское ауылынан 1840-сы йылдарҙа Рәсәйҙең үҙәк губерналарынан күсеп килгән крәҫтиәндәре тарфынан барлыҡҡа килтерелгән[5]. 1850 йылға тиклем Ырымбур губернаһының Быҙаулыҡ өйәҙенең 4 станына, ә унан һуң, 1928 йылға тиклем, Һамар губернаһының Быҙаулыҡ өйәҙенең Вознесенск улусы составына инә. 1928 йылдан 1966 йылға тиклем — Люксембург районы үҙәге, артабан Ҡыҙыл гвардия районыныҡы була.

Шәхестәре

Чибилёв Александр Александрович — рәсәй географы, ландшафт экологияһы һәм ҡурсаулыҡ эше өлкәһендәге белгес,география фәндәре докторы (1992), профессор, РФА академигы (2016). Рәсәй Фәндәр академияһының Урал бүлексәһе Дала институтының ғилми етәксеһе (2018 йылдан), Рус география йәмғиәтенең вице-президенты[6]. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған географы (2020).

Әҙәбиәт

  • Яшкино // Элоквенция — Яя. — М. : Советская энциклопедия, 1957. — С. 674. — (Большая советская энциклопедия : [в 51 т.]; vol. 1949—1958, вып. 49).