Яҡупов Әхмәт Ширәй улы

Яҡупов Әхмәт Ширәй улы (рус. Якупов Ахмед Ширеевич (Ширсевич, Шарнеевич)) ((1901 ― 28.2.1945) — 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты (башҡа мәғлүмәттәр буйынса гвардия старшинаһы.[1]

Биографияһы

Яҡупов Әхмәт Ширәй улы 1901 йылда хәҙерге Башҡортостандың Ғафури районы Имәндәш ауылында тыуа. «Салауат» колхозында эшләй.[2] Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылда Красноусол военкомыты хәрби хеҙмәткә саҡыра. Һуғыш йылдарында 7-се кавалерия корпусының 16 гвардия кавалерия дивизияһының 58 гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә.

«Аттарҙы яҡшы тәрбиәләй, уның ҡарамағындағы аттар һәр ваҡыт туҡ, хәрби хәрәкәттәр барышында хәрби составты аҙыҡ-түлек менән ваҡытында тәьмин итеп торҙо» тиелгән яугирҙың хәрби наградаға тәҡдим ителгән рәсми хатта.[3]

Яҡупов Әхмәт Ширәй улы яраларғандан һуң 1945 йылдың 28 февралендә вафат була. Германияның Ландсберг-на-Варте ҡалаһында (хәҙерге Польшаның Гожув-Велькопольски ҡалаһында) ерләнгән.

Наградалары

Тема буйынса өҫтәмә