Рәсүлев Ғайса Фәтҡулла улы

Ғайса Фәтҡулла улы Рәсүлев (18661921) — башҡорт дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, ахун.

Биографияһы

1866 йылда Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Шәрип ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы), билдәле ишан Зәйнулла Рәсүлевтың бер туғаны — Фәтҡулла Хабибулла улы Рәсүлев ғаиләһендә тыуған[1].

«Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тамамлаған. Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Ялсығол ауылы мәсетенең имам-хатибы дәрәжәһендә дингә хеҙмәт иткән.

1888 йылдың 28 авгусында Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Иҫке Байрамғол ауылының ахуны итеп тәғәйенләнгән[2].

1904-1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнашҡан, 3-сө Маньчжур армияһы штабында полк муллаһы булып хеҙмәт иткән.  III дәрәжә ҡылыслы Изге Станислав ордены менән бүләкләнгән.

Һуғыш тамамланғас, тыуған иленә ҡайтҡан. Ахун булып хеҙмәт иткән.

Хәтер

Халыҡта әүлиә булараҡ танылған. Башҡорт риүәйәттәре буйынса, Ғайса Рәсүлев үлгәндән һуң, уның ҡәберенән алыҫ түгел тау ҡуйынынан изге сығанаҡ бәреп әүлиә шишмәһе сыҡҡан.

Ғайса Фәтҡулла улының бер нисә шиғри әҫәре һаҡланған. «Ғайса ахун» («Илсе Ғайса») башҡорт халыҡ йырының килеп сығыуын Ғайса Рәсүлев исеме менән бәйләйҙәр. Был әҫәрҙең нигеҙенә бер туғаны Мусаның һәләк булыуы хаҡында хәбәр алғандан һуң ижад ителгән бәйеттәре һәм мөнәжәттәре һалынған [3].

Әҙәбиәт

  • Ислам на Урале: Энциклопедический словарь. //Коллектив авторов. Сост. и отв. редактор – Д. З. Хайретдинов.. — М.: Медина, 2009. — 404 с.
  • Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. Уфа, 1999.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар