Ғайсин Шәрәфетдин Ғиматдин улы

Ғайсин Шәрәфетдин Ғиматдин улы (1904 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 275-се кавалерия полкы командиры урынбаҫары, 1944 йылдың майынан- полк командиры. Майор. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944)[1]

Биографияһы

1904 йылда Нуриман районы Бикмырҙа ауылында тыуған. 1939 йылда Өфө хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Хәрби учет документтарында 1940 йылдың 1 декабренән хәрби хеҙмәттә тиелгән. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 27-се кавалерия полкы командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә[2] (Икенсе Тербуны ҡасабаһында), полковник Таһир Тайып улы Күсимов 1944 йылдың майында Мәскәүгә академияға уҡырға киткәндән һуң, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы командиры. Фронтта күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1944, декабрь).

Наградалары

Һылтанмалар