Ғафарова Зинфира Хөсәйен ҡыҙы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тыуған көнө 5 апрель 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (89 йәш)
Һөнәр төрө библиотекарь, библиограф
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған урыны
Гражданлығы

Ғафарова Зинфира Хөсәйен ҡыҙы (5 апрель 1936 йыл) — китапханасы, библиограф. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Ленин ордены кавалеры (1976).

Зинфира Хөсәйен ҡыҙы Ғафарова 1936 йылдың 5 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Күҙәй ауылында тыуған.

1954 йылда Өфө китапхана техникумын тамамлай һәм Саҡмағош районында үҙаллы эш башлай: башта Яңы Балтас ауылында китапхана мөдире, 1956 йылдан Саҡмағош ауыл балалар китапханаһы хеҙмәткәре була.

1957 йылдан — Саҡмағош район китапханаһы мөдире, 19761993 йылдарҙа Саҡмағош район үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры вазифаларын үтәй.

Ғафарова Зинфира Хөсәйен ҡыҙы етәкселек иткән китапхана йыйылма каталогтар төҙөү, китапхана системаһын үҙәкләштереү буйынса алдынғы тәжрибә мәктәбе була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988)
  • Ленин ордены (1976)