Ғирфанов Камил Вәли улы
Ғирфанов Камил Вәли улы (18 сентябрь 1926 йыл) — ғалим-педагог, журналист. 1967 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), доцент; Башҡорт дәүләт университетының почетлы профессоры (2006). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы.
Биографияһы
Ғирфанов Камил Вәли улы 1926 йылдың 18 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны (хәҙерге Салауат районы) Таймый ауылында тыуа. Билдәле ғалим һәм дәүләт эшмәкәре Вәкил Ғирфановтың ҡустыһы, яҙыусы Агиш Ғирфановтың яҡын ғына туғаны. 1941 йылға тиклем тыуған ауылында тулы булмаған урта мәктәптә уҡый һәм уны тик яҡшы билдәләренә генә тамамлай. Артабан Мәсәғүт педагогия училищеһында белем ала. Яҙмыш уны Урта Азияға алып сығып китә һәм ул Тажик СССР-ының Сталинабад дәүләт педагогия институтының тарих факультетында уҡый. 1958 йылда "Учительская газета"ның Башҡортостан буйынса үҙ хәбәрсеһе була. 1960 йылда — «Ҡыҙыл таң» гәзитенең махсус хәбәрсеһе, 1961 йылдан — Башҡортостан Журналистар союзы идараһы секретары. 1963 йылдан ҡабат педагогик эшмәкәрлеккә ҡайта. 1967 йылда Мәскәүҙә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм Башҡорт дәүләт университетына «педагогия фәндәре кандидаты» дәрәжәһендә ҡайта.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
- Рәсәй халыҡ мәғарифы отличнигы
- «Эшендәге яҡшы уңыштары өсөн» билдәһе
- Рәсәйҙең почётлы юғары белем биреү хеҙмәткәре
Һылтанмалар
- Видные представители науки Башкортостана: Камиль Гирфанов (К 90-летию ученого и журналиста)
- Земля салаватская, земля батыра. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.
- Гирфанову – 85! 2020 йылдың 19 сентябрь көнөндә архивланған.