Ғирфанов Рәхимйән Ғирфан улы

Ғирфанов Рәхимйән Ғирфан улы(1904[1] - 12 февраль1944)[1] — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы, 62-се гвардия кавалерия полкының ҡул пулеметы тоҫҡаусыһы, ҡылыссыһы була.[1]

Биографияһы

Рәхимйән Ғирфан улы Ғирфанов 1904 йылда Башҡортостандың хәҙерге Миәкә районы Сафар ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы - Шәйгәрҙанов Ғирфан Шәйгәрҙан улы, әсәһе - Мәрхәбьямал исемле була. Ғаиләлә өс ул тәрбиәләнә: Мәхийән, Рәхимйән, Фазылйән. Өсөһө лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, тик береһенә лә тыуған ерҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Һуғышҡа тиклем, Ғирфан ябай колхозсы була, һунарсылыҡ менән шөғөлләнә.

Ғаилә хәле

Өйләнгән. Ҡатыны Минеямал исемле. Балалары: Шәмсиямал(1929 йылғы),Асия(1936 йылғы),Азия(1939 йылғы).

Хәрби хеҙмәте

Миәкә районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия[1] сафына саҡырыла. 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкында ҡул пулеметы тоҫҡаусыһы, ҡыллыссы булып хеҙмәт итә. 1944 йылдың 12 февралендә һуғыш яланында вафат була. Полесье өлкәһе Замошье ауылында ерләнә.[1][2]

Хәтер

Ғирфанов Рәхимйән Ғирфан улының исеме БР-ҙың Миәкә районы Йәнәби ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған таҡтаташтағы исемлеккә индерелгән.