Ғүмәров Асман Ибраһим улы

Ғүмәров Асман Ибраһим улы (1903 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты[1][2][3].

Биографияһы

Ғүмәров Асман Ибраһим улы 1903 йылда Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районында тыуған[1]. Ҡыҙыл Армияға Баймаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1][2][3]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се гвардия кавалерия полкында 3-сө взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[1].

1942 йылда һуғыш яланында күрһәткән батырлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 22.11.1942,25.11.1942) менән бүләкләнә[1][2]. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) менән наградлау ҡағыҙында уның ҡаһарманлығы тураһында ошондай юлдар яҙылған:

« 3-сө ут взводы командиры ярҙамсыһы сержант Ғүмәров Асман Ибраһим улын, 1942 йылдың 22 ноябрендә һуғышта 45 мм орудиенан дошмандың пехотаһы менән 3 автомашинаһын яндырҙы. 1942 йылдың 25 ноябрендә утҡа тотоу ваҡытында һөжүмгә күскән дошманды утҡа тотто һәм шуның менән дошмандың пехотаһын тотҡарланы һәм дошмандың 70-кә яҡын һалдатын һәм офицерын юҡ итте[2]. »

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Сығанаҡтар