Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы
Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы (1902 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы кавалеры[1][2][3].
Биографияһы
Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы 1902 йылда Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районында тыуған. Ҡыҙыл Армия сафына Көйөргәҙе районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1][2][3]. Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында пулемет эскадроны пулемет тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә[2]. Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн 1942 йылдың 15 декабрендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә (1942 йылдың 15 декабрендәге 292-се һанлы подразделение приказы)[1][2][3]. Хәрби ҡаһарманлыҡ күрһәткән көндәре: 1942 йылдың 21-24 ноябре. Наградлау ҡағыҙында уның ҡаһарманлығы тураһында ошондай юлдар бар:
| Пулемет эскадроны пулемет тоҫҡаусыһы Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы 1942 йылдың 21-24 ноябрендәге һуғыштарҙа үҙенең пулемет уты менән бер нисә тапҡыр һөжүмгә күскән дошман пехотаһын ҡыуып ебәрҙе, шул ваҡытта дошмандың егерменән артыҡ һалдатын һәм офицерын юҡ итте. |
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Память народа. Габбасов Ахмадулла Ахметович
- ↑ 1 2 3 4 Шаймуратовцы. ГАББАСОВ Ахмадулла Ахметович
- ↑ 1 2 3 Габбасов А. А. 2021 йылдың 10 июнь көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- Память народа. Габбасов Ахмадулла Ахметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Шаймуратовцы. ГАББАСОВ Ахмадулла Ахметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Габбасов А. А. 2021 йылдың 10 июнь көнөндә архивланған.